+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
29 Ғинуар 2020, 18:48

Ер йөҙөндә шундай урын бар…

Бых хатты беҙгә Лиана Рахманғолова Хәйбулла районы Подольск урта мәктәбенең 6 клас уҡыусыһы ебәрҙе

Был донъяла һәр кемгә үҙенең тыуған төйәге иң-иң матуры һәм иң-иң ҡәҙерлеһелер!Үҙенең уңдырышлы ҡара тупрағы,наҙлап та ғына иҫкән йомшаҡ елдәре,һулап та ғына туймаҫ саф һауаһы ,йырлап та ғына аҡҡан сылтыр шишмәләре менән ул кеше күңелендә ғүмерлеккә урын ала.Еребеҙгә күҙ һалһаң,ысынлап та ниндәй матур,ниндәй бай һәм хозур ул!Үҙебеҙҙең Башҡортостаныбыҙҙы ғына алайыҡ.Тиңдәргә тиңе булмаған һылыу Ағиҙеле,олпат Торатауы,серле Шүлгәнташы,баһадир Салауаты,бөйөк Аҡмуллаһы булған бай тарихлы,күркәм ерем минең! Тыуған республикамдың ҡайһы ғына мөйөшөн алма-унда байлыҡ,матурлыҡ,гүзәллек ята.Эйе,еребеҙҙә шундай үҙенсәлекле,серле урындар бик күп.Бына мәҫәлән, минең тыуып-үҫкән ерем йырҙарҙа данлап йырланған ,бай тарихлы йәмле Таштуғай ауылы. Алыҫтан килгәндә ул бер ҡаҙан эсендә ултырған кеүек кенә күренә.Ә тирә-яғын уратып алған бейек тауҙар тыуған ерен һаҡлап торған батыр егеттәрҙе хәтерләтә. Ауылым шул тауҙар уртаһында тыныс ҡына йоҡоға талғандай.Таштуғай янынан зәңгәр таҫма булып арымай-талмай Таналыҡ йылғаһы ашығып-ашығып аға.Уның һыуы шундай саф,таҙа һәм йомшаҡ! Йәйҙең эҫе көндәрендә дуҫтарыбыҙ менән йылға буйына йүгерәбеҙ.Ундағы сут-сут һайраған ҡоштар тауышына таң ҡалып һыу буйында рәхәтләнеп ял итәбеҙ,ҡомда ҡыҙынабыҙ! Яңыраҡ ҡына әле Таналыҡтың бер осон икенсе осона бәйләп күпер ҙә һалынды.Унда ла ауылымдың эшсән ағай-олатайҙарының ҡулы тейгән.
Тыуған ауылым Таштуғайҙа бик тырыш кешеләр йәшәй.Барыһы ла саф башҡорт телендә матур итеп һөйләшә.Төрлө -төрлө милли байрамдар үткәрелә.Был байрамдарҙа беҙгә өлкән инәй,олатайҙар төрлө башҡорт йолаларын өйрәтә.”Үҙ тамырҙарығыҙҙы, үҙ йолаларығыҙҙы белеп үҫегеҙ,балалар,” –ти улар. Иптәштәрем менән һәр саҡ ошо байрам, йолаларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ,үҙебеҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе өйрәнергә тырышабыҙ.Сөнки беҙ ошо гүзәл, мөғжизәгә бай Башҡортостаныбыҙҙың өмөтө,киләсәге бит.
Таштуғай- Башҡортостаныбыҙҙың иң матур төбәге ул.Үҙенең эшсән,тырыш халҡы менән генә түгел,ә легендаларға бай ер булыуы менән дә айырылып тора. Ысынлап та беҙҙең яҡта бик күп легендалар бар. Мәҫәлән,Ташкүл тауы легендаһы.Уның тарихы да бер аҙ һөйләп үтәйем.Борон заманда бер бик сибәр Көнһылыу исемле ҡыҙ йәшәгән.Уның яратҡан егете лә булған.Икеһе оҙаҡ ҡына бер-береһен йәшерен яратышып йөрөгән булған. Бер саҡ Көнһылыуҙы атаһы бер бай ҡаҙаҡ егетенә кейәүгә бирергә теләй. Ҡыҙға ҡасып сығып китеүҙән башҡа бер сара ла табылмаған.Ул ауыл янында ғына булған Ташкүл тауына менгән дә моңайып, ҡайғырып Таштуғай йырын йырлай башлаған:
“Таштуғайҡай һинең ҡамышыңды
Еҙ ҡурайҡай итеп тартайым.
Таштуғайҡай һинең ҡурайың юҡ,
Үҙ төйәккәйемә ҡайтайым…”
Эйе,моңландырған да,һағыштарға ла һалған Таштуғай…Үҙенең серлелеге,хозурлығы менән бар кешене йәлеп иткән матур төйәгем минең!
Һине мин сикһеҙ яратам! Һиңә арнап күңелемдә бер матур шиғыр ҙа тыуҙы .
Таштуғайым.
Таштуғайҡай тигән бер ауыл бар
Далалар киңлегендә!
Аҡ ҡылғандар ҡосағында,
Әйтерһең ул иркәләнә.
Ана, күрсе!
Сафлыҡ биреп еркәйемә
Таналығым йырлап аға.
Һоҡланып тағы ҡарайым
Ғорур бейек тауҙарыма!
Ошо тыуған ерҙәремә
Гел һағынып ҡайтамын.
Сит яҡтарҙа ҡәҙерҙәрен
Тағы нығыраҡ аңланым.
Таштуғайым!Тыуған ауылым,
Һине өҙөлөп яратам!
Һинән башҡа был донъяла ,
Мин бер ҙә йәшәй алмам!
Лиана Рахманғолова Хәйбулла районы Подольск урта мәктәбенең 6 клас уҡыусыһы.
Етәксеһе: Гүзәлиә Марат ҡыҙы Дәүләтбирҙина, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: