-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
27 Июль 2022, 16:05

Иҫтә ҡалырлыҡ ял

Бына каникулдың икенсе айы уҙып та китте. Йәйҙең иң йәмле, сәскәле, ҡайнар ҡояшлы июль айын Ейәнсура районының Оло Һүрәм буйында урынлашҡан  Сөләймән ауылындағы “Ал елкән” лагерында ял иттем, тип беҙгә яҙа Лиана Йәлилова, Ауырғазы районы, Талбазы башҡорт гимназияһының  9-сы синыф уҡыусыһы.

Иҫтә ҡалырлыҡ ял
Иҫтә ҡалырлыҡ ял

Бына каникулдың икенсе айы уҙып та китте. Йәйҙең иң йәмле, сәскәле, ҡайнар ҡояшлы июль айын Ейәнсура районының Оло Һүрәм буйында урынлашҡан  Сөләймән ауылындағы “Ал елкән” лагерында ял иттем. Был смена күренекле педагог, абруйлы ил инәһе, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаеваның авторлыҡ “ Йәйләү”  программаһы буйынса ойошторолғайны .  “Йәйләүҙә” олимпиада-бәйгеләрҙә еңеү яулаған, башҡорт рухлы, дәртле, әүҙем береһенән-береһе һәләтле республикабыҙҙың район, ҡалаларынан, күрше өлкәләрҙән 76 егет-ҡыҙ йыйылғайны. Ейәнсурала уҙғарған 21 көн күңелемдә яҡты эҙҙәр генә ҡалдырҙы. Бигерәк күңелле булды бит! Һәр көн , һәр сәғәт, минут планлаштырылған бында. Көндә рухлы йырҙар йырлау, “ Алпамыша” уйындары, “ Киске шәм”, “Киске уйын”, иртәнге күнекмәләр, сығыштарҙы  һағынып һөйләргә генә  ҡалды.

     Лагерҙа өс ырыуға  “Үҫәргән”, “Ҡыпсаҡ”, “”Юрматы” ырыуҙарына бүленеп үҙ-ара ярышып, Башҡортостаныбыҙҙың мәҙәниәтен, халҡыбыҙҙың ғөрөф –ғәҙәттәрен өйрәнеп, күренекле шәхестәре менән таныштыҡ. Бынан тыш “Ҡурай”, “Бейеү”, “Ҡумыҙ” , “Урал батыр” түңәрәктәре эшләне. Милли музыка ҡоралы ҡурайҙа һыҙғыртырға өйрәнһәм, ҡумыҙҙа ҡыҙҙар менән ансамбль төҙөп уйнаныҡ.

    Лагерь барышында көндәр эҫе торҙо, шуға һыу инеү беҙҙең өсөн ҡыуаныс ине. Район үҙәге Иҫәнғолда  урынлашҡан бассейнда , Оло Һүрәм буйында һыу инеүҙәр бушҡа китмәне. Лагерға хәтлем бик ышаныслы йөҙә белмәй инем, ә “ Йәйләү”ҙән йөҙөргә лә өйрәнеп ҡайттым!  Шатлығымдың сиге булманы!

    Ял барышында төрлө рухлы саралар уйылып хәтерҙә ҡалды. Ҡасим Дәүләткилдиев исеменә “ Йәйләү буяуҙары” йәш рәссамдар бәйгеһендә 1-се урын алып 4 мәрәй алыу бәхете татыны. Ғаилә һәм тоғролоҡ көнөндә “ Таһир һәм Зөһрә " поэмаһына нигеҙләнеп егеттәр һәм ҡыҙҙар сығыш әҙерләнек. Шиғыр һөйләүселәр номинацияһында Баймаҡ егете Мәлик Вәлиев менән яҡташым Рәшит Назаровтың “Йөрәк” шиғырын һөйләп 1-се урын алып, йәнә лә 4 мәрәй алдып ҡыуандыҡ. 21 көн буйына һәр кем төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып күберәк мәрәй тупларға тырышты, сәмләшеп ярыштарҙа, концерттарҙа ҡатнашты.

  Беҙҙең “ Үҫәргән” ырыуында лагерь барышында бүлмәбеҙ “ Өлгөлө бүлмә” исемен береһенә лә бирмәне.  Бүлмәләш ҡыҙҙарым Бүздәктән Үлмәҫҡолова Юлиә , Көйөргәҙенән  Келова Сулпан, Туймазынан аҙашым  Ғәниева Лиана,  Илештән Хисәметдинова Алиналар менән татыу һәм бөхтә итеп йәшәнек, яҡын дуҫтарға әйләндек.

  Әйҙәүселәребеҙҙән бигерәк тә уңдыҡ инде. Ғәзинур ағай Танһыҡҡужин оҫта итеп йырлай, гитарала ла, ҡурайҙа ла, ҡумыҙҙа ла бик яҡшы уйнай. Көн дә гитара менән рухлы йырҙар йырлап бик күп йырҙар  өйрәндек.  Рүзилә апай Иҙрисова һәр саҡ беҙҙең менән бер тулҡында, үҙ эшен яҡшы белгән, телебеҙҙең нескәлектәрен, сәхнә серҙәренә оҫта итеп төшөндөрөүсе булды.  Ял барышында бер-беребеҙ менән яҡын дуҫтарға әйләндек.

   Смена ябыу тантанаһында ағинәйебеҙ Мәрйәм апай Бураҡаева менән фотоға төшөү бәхете лә татыны, уның рухлы сығышын иғтибар менән тыңланыҡ.

 Һуңғы усаҡта күңелдәр тулды.  Хушлашыу ауыр булһа ла, киләсәктә лә бәйләнеште өҙмәҫкә , дуҫ булып ҡалырға һүҙ бирешеп республикабыҙҙың төрлө тарафтарына ҡоштар кеүек таралыштыҡ.

      Бына шундай күңелле һәм файҙалы үтте минең июль айым. Миңә “Йәйләү” йүнәлешле лагерына  путевка биргәндәре өсөн район мәғариф бүлегенә оло рәхмәтемде еткерәм.

Лиана Йәлилова ,

Ауырғазы районы,

Талбазы башҡорт гимназияһының

 9-сы синыф уҡыусыһы

Иҫтә ҡалырлыҡ ял
Иҫтә ҡалырлыҡ ял
Иҫтә ҡалырлыҡ ял
Иҫтә ҡалырлыҡ ял
Иҫтә ҡалырлыҡ ял
Иҫтә ҡалырлыҡ ял
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: