+10 °С
Ясно
Конкурстар
12 Февраля 2023, 07:50

“Ҡоштарға – тағараҡтар!” конкурсы!

Хәйбулла районы Йәнтҽш ауылының "Ҡояшҡай" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм тәрбиәсҽләрҽ «Ҡоштар ашханаһы» булдырҙы һәм тағараҡ элҽп ҡуйҙы. 

Добавить в предпочтительные источники Google
“Ҡоштарға – тағараҡтар!” конкурсы!“Ҡоштарға – тағараҡтар!” конкурсы!
“Ҡоштарға – тағараҡтар!” конкурсы!

"Ҡоштарға ашхана".

Ҡоштарға ашхана астыҡ,
Һалдыҡ бойҙай, көнбағыш.
Аслыҡтан интекмәй ҡышын
Килеп ашаһын һәр ҡош.

Ҡоштар оҙайлы һәм ҡырыҫ ҡышты сығыуҙарына шатлана кеүек, бында беҙҙең балаларыбыҙ - Йәнтҽш ауылы "Ҡояшҡай"балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм тәрбиәсҽләрҽ
«Ҡоштар ашханаһы» булдырҙы һәм тағараҡ элҽп ҡуйҙы.

Ҡоштарға ҡышты сығыуы бик ауыр. Уларға һыуыҡ түгел, ә ас булыу ҡырҡыныс. Ҡар-бурандар аҙыҡ табыуҙы ауырлаштыра. Ҡоштар ҡыҫҡа көндә тамаҡтарын туйҙырып өлгөрмәй. Һыуыҡ төндә ас, көсһөҙләнгән ҡоштар тиҙ туңып үлә йәки башҡа йыртҡыстарҙың аҙығына әүерелә. Был ваҡытта уларға ҡайҙан аҙыҡ табырға? Ҡайһы бер ҡоштар ағас ҡайырында ҡуңыҙ һәм үрмәкселәрҙе эҙләй, икенселәре баҫыуҙа ҡар аҫтынан ерҙе соҡоп булыша, өсөнсөләре ҡыуаҡлыҡтарҙа һәм ағастарҙа аҙыҡ эҙләй. Сөнки уларҙың күбеһендә емеш-еләктәр һәм орлоҡтар ҡала.

Кешеләр ҙә ҡоштарҙы ҡарарға тырыша. Шуға күрә күпселек ҡышлаусы ҡоштар кеше йәшәгән ергә яҡыныраҡ һыйынырға тырыша. Йөндәрен ҡабартып өй кәрниздәрендә турғайҙар теҙелеп ултыра, ҡыҙылтүш, ҡарабаш, һары турғайҙар ҙа өйҙәргә яҡыныраҡ килергә тырыша. Сөнки башҡаса уларҙың сараһы юҡ.

Кешеләр күптән инде ҡоштарға нисек ҡышын ярҙам итергә кәрәклеген уйлап тапҡан. «Ҡоштарҙы ҡышын ашат, ә улар һиңә яҙ ярҙам итер», - тигән рус мәҡәле бар. Ҡоштар рәхмәтле була белә. Әгәр һыуыҡтарҙа тағараҡ ҡуйып, ҡоштарҙы ашатһаң, йәйен улар һеҙгә изгелек күрһәтәсәк. Туҡ ҡошҡа һыуыҡ көндәр ҡырҡыныс түгел. Яҡшы аҙыҡ эстән йылыта. Тағараҡта тамаҡ ялғап алған ҡош ағастарҙа һәм ҡыуаҡлыҡтарҙа үҙенә тәбиғи аҙыҡ эҙләй башлаясаҡ.

Яҙ етеү менән беҙ тағараҡтарҙы алып ҡуябыҙ, сөнки ҡоштар хәҙер үҙҙәре ашарға таба. Ә һалҡындар етеү менән беҙ йәнә тағараҡтарҙы элеп ҡуясаҡбыҙ.

“Ҡоштарға – тағараҡтар!” конкурсы!
“Ҡоштарға – тағараҡтар!” конкурсы!
“Ҡоштарға – тағараҡтар!” конкурсы!
“Ҡоштарға – тағараҡтар!” конкурсы!
“Ҡоштарға – тағараҡтар!” конкурсы!
“Ҡоштарға – тағараҡтар!” конкурсы!
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас