+10 °С
Ясно
Конкурстар
12 Февраля 2023, 07:55

“Ҡоштарға – тағараҡтар!” конкурсы!

Азалия һәм Дилиә Көмөшбаевалар. Өфө ҡалаһы, Дим биҫтәһе.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Ҡоштарға – тағараҡтар!” конкурсы!“Ҡоштарға – тағараҡтар!” конкурсы!
“Ҡоштарға – тағараҡтар!” конкурсы!

Һаумыһығыҙ! Беҙ ҙә “Ҡоштарға – тағараҡтар!” конкурсында ҡатнашырға булдыҡ әле.


Тәҙрә ҡаршыһына алмағасҡа
Элеп ҡуйҙыҡ кескәй тағараҡ,
Турғайҙарҙың емде ашағанын
Ултырабыҙ тәҙрәнән ҡарап.
(Фәүзиә Ҡотлогилдина)


Ҡыш етеп көндәр һыуытыу менән ҡоштарға көн итеүе, аҙыҡ табыуы ауырлаша. Беҙ иһә ҡанатлы дуҫтарыбыҙға мөмкин тиклем ярҙам итергә тейешбеҙ. Шуға ла мәктәптән ҡайтыу менән баҡсалағы тағараҡҡа һеңлем менән ем һалабыҙ. Аҙаҡ инде ҡоштарҙың кинәнеп ем сүпләгәнен тәҙрә аша күҙәтәбеҙ.
Азалия һәм Дилиә Көмөшбаевалар. Өфө ҡалаһы, Дим биҫтәһе.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас