-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
26 Март 2019, 16:17

“Яратам”, - тип яҙҙы ул беренсе.

“Мин дә...” – тине. Әммә ул артабан зым-зыя юғалды. Ә мин илай торғас, ябыҡтым...

Һаумыһығыҙ, “Аманат” журналы редакцияһы!
Оҙаҡ уйлап йөрөнөм дә, “Мәңгелек сер” рубрикаһына үҙемдең йөрәк серемде яҙып ебәрергә булдым.
Миңә әле яңыраҡ 18 йәш тулды, гимназияны уҡып бөтөп, юғары уҡыу йортонда уҡып йөрөйөм. Гимназия йылдарын ныҡ һағынам, сөнки унда минең әхирәттәрем, татыу синыфташтарым булды. Ә иң мөһиме – шул ваҡытта үҙемдең тәүге мөхәббәтемде осраттым.
Ун беренсе синыфтың аҙаҡҡы айҙары. Беҙ Рәми Ғарипов исемендәге Республика башҡорт гимназия-интернатына математиканан БДИ тапшырырға килдек. Имтихан алдынан ныҡ итеп ҡаушаным да ҡуйҙым, ингән урында металл эҙләгес менән телефондарҙы табып, алып ҡалғас, үҙемде яҡлаусыһыҙ йән эйәһе итеп тойҙом. Ҡыйын булды.
Исемлек буйынса кем ҡайһы синыф бүлмәһендә БДИ тапшырасағы тураһында әйттеләр. Йөрәгемде усыма йомоп, үҙемдең фамилиям яҙылған бүлмә ишеге янына килдем. Инергә ҡурҡыта бит! Таныштар күренмәйме икән тип, эскә ҡарайым. Ишек яғындағы рәттә, хатта урынын да иҫләйем – дүртенсе парта артында бер һөйкөмлө генә егет миңә ныҡ итеп ҡарап ултыра. Үҙемдең урыныма инеп ултырғансы ул шулай тексәйеп ултырҙы. Мин әһәмиәт бирмәҫкә тырыштым. Шулай ҙа уның ҡап-ҡара ҡаштарына, уйылып торған киң яңағына күҙ һирпеп ҡуйҙым.
Шулай итеп, бер ваҡыт күҙәтеүселәр имтихан эштәре менән конверттарҙы таратып сыҡтылар. Мин, баш баҫып, мәсьәлә сисәм. Бер сәғәт үттеме-юҡмы, теге егет ултырған урынында тегеләй-былай әйләнә башланы. Йә бер танышына, йә икенсеһенә имтихан эштәренә яуаптар ебәрә. Минең математика менән борсаҡ бешеүен-бешмәй, әммә нисектер “А”, “Б” өлөштәрен еңел генә эшләй алдым. “С”-ны эшләп булмай ҙа ҡуя. Ваҡыт та үтеп бара. Шунан баяғы егеткә ипләп кенә мөрәжәғәт иттем. Ул йылмайып баш ҡаҡты ла, эшләп тә бирҙе. “Уффф, ҡотолдом былай булғас”,- тип уйлап ҡуйҙым.
Эшемде конвертҡа һалдым да, уны асҡан ваҡытта тороп ҡалған нәҙек кенә ҡағыҙ киҫәгенә телефон номерымды һәм “Рәхмәт!” – тип яҙып, ипләп кенә уның партаһына һалып сығып киттем.
Киләһе БДИ-ға тиклем ваҡыт арыу ғына булғас, ауылға атай-әсәйем эргәһенә ҡайтып киттем. Иртәгәһен телефонымдағы Вацапҡа бер ят номерҙан хат килде. “Сәләм...” “Кем һин?” “Иҫләмәйһең дәме? БДИ...” Шунан башланды инде көн-төн Вацапта яҙышыуҙар. Һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне.
Уның исеме Арыҫлан булып сыҡты. Көн дә миңә ҡыҙыҡлы һүрәттәр, видеолар ебәрә торғайны. Бер-ике тапҡыр йәшенеп кенә мин уҡыған гимназияға ла килде. Тик беҙ икебеҙ ҙә дуҫтар булырға, тип һүҙ бирештек, сөнки икебеҙ ҙә бер-беребеҙҙән ысынбарлыҡта ояла инек.
Аҙаҡ – сығарылыш кисәһе, юғары уҡыу йорттарына документтарҙы тапшырыу. Мин гуманитар фәндәрҙе яҡын күргәс – БДУ-ға, ә ул Нефть университетына уҡырға инде.
Көҙ баштарында ул нисектер миңә “Яратам...” тип яҙып ебәрҙе. Тәүҙә аптырап ҡалдым. Көтә инем мин уның шулай тип әйтерен! “Мин дә!” тип яуапланым. Өндәшмәне. Ике, өс көн үтте. Юғалды Арыҫлан. Хистәрҙең ярһыуынан, үҙемде кәмһетелгән итеп тойоуҙан ҡайҙа һуғылырға белмәнем. Етмәһә, бер ҡалала уҡып та, йәйҙән бирле күрешкән дә юҡ. Илай торғас, ябыҡтым, уҡыуым да һүлпәнәйҙе.
Яңы йыл алдынан бар көсөмдө уҡыуға йүнәлтеп, зачеттарҙы яптым. Арыҫлан һаман юҡ. Яңы йыл. Ул ҡотламаны ла. Үҙем дә яҙмайым.
Ҡышҡы сессияны ябып, ауылға ҡайтып киттем. Ҡайтҡан көндө ул миңә Вацапта “Ни эшләп юғалдың ул? Һағындым...” тип яҙып ебәрҙе. Ә минең шул тиклем асыуым килә! Ни өсөн ул көҙҙән бирле яҙманы? Ҡайҙа юғалып йөрөнө икән? Егет кешегә яуаплылыҡ тойғоһо хас булырға тейеш түгелме ни? Айырыуса әйткән һүҙе өсөн...
Ҡыҙҙар, егеттәр, хәҙер мин уға бер ниндәй ҙә яуап бирмәй, интектерергә булдым. Әллә ул минең менән шаяра ғынамы икән? Миңә ни эшләргә? Кәңәш бирегеҙ, зинһар!

Миләүшә.

Читайте нас: