+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
26 Июнь 2019, 12:05

Башҡортостанда «Торатау йыйыны» республика байрамы ойошторола

29 июндә Башҡортостандың Ишембай районы Торатау итәгендә «Торатау йыйыны» республика байрамы уҙғарыла.

Программала — сармат батшабикәһе Зарина тураһында реаль тарихи ваҡиғаларға нигеҙләнгән «Сармат вариҫтары» театрлаштырылған тамашаһы; биҙәү-ҡулланма сәнғәт әйберҙәре күргәҙмә-йәрминкәһе; буҙа ҡайнатыусылар конкурсы; спорт ярыштары; милли уйындар; «Сармат алтынын эҙләү» уйыны; балалар уйындары; «Ылаҡ» күрһәтмә сығыштары, «Мәргән уҡсы» һәм башҡалар. Киске сәғәт 7-нән байрам ҡунаҡтары өсөн «Арғымаҡ», «Бүреләр», «Ҡурайсы», «Каруанһарай», «Далан», «Бәхетле», «Дан» төркөмдәре, RNT, МС Баш, Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры һәм башҡа йондоҙҙар ҡатнашлығында Toratau-party концерты була.
Байрамда 90-сы йылдар башында меңләгән тамашасы йыйған һәм башҡорт рок-музыкаһы үҫешенә этәргес биргән «Дәрүишхан» төркөмөнөң сәхнәгә ҡайтыуын күрергә мөмкин.
Кисә популяр диджейҙар DJ Khan һәм DJ Fatikh ҡатнашлығында йәштәр дискотекаһы менән тамамлана.
Байрамды асыу тантанаһы — көндөҙгө сәғәт 4-тә.
Читайте нас: