+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
5 Октябрь 2020, 12:16

Элвин Грей Радий Хәбировтың кәңәшсеһе

Популяр йырсы Элвин Грей (Радик Юльяҡшин) Башҡортостан Башлығының йәштәр сәйәсәте һәм мәҙәниәтте үҫтереү буйынса кәңәшсәһе итеп тәғәйенләнде.

Тейешле ҡарарҙы Радий Хәбиров имзаланы һәм Хөкүмәттәге бөгөнгө оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. Радик Юльяҡшин был эште йәмәғәт башланғысында башҡарасаҡ.
«Ул йәштәр мөхитендә башҡорт мәҙәниәтен пропагандалау өсөн күп эш башҡара, бик популяр, хәҙер ул беҙгә ныҡ ярҙам күрһәтә, шуға ошондай ҡарар ҡабул иттем», — тине республика Башлығы.
2019 йылдың март айында билдәле опера йырсыһы Асҡар Абдразаҡов та Башҡортостан Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде. Хәбировтың хәҙер йәмәғәт башланғысында ике кәңәшсеһе булды.
Читайте нас: