Республика башлығы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының "Дон Кихот" операһы премьераһынан һуң социаль селтәрҙә шулай тип яҙҙы. Уҙған йылда Мәскәү тамашасыһына "Атилла" операһын күрһәттек. Был бик мөһим сара, уға тиклем Ҙур театр сәхнәһендә башҡорт труппаһы 1955 йылда ғына сығыш яһай. Йыл һайын Мәскәүҙә беҙҙең опера һәм балет театрының ижад емештәрен күреү бурысын ҡуябыҙ, тип яҙа Радий Хәбиров.