+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июль , 08:45

2-се Башҡорт лицейында «Шайморатов класы» асыла

2022-2023 уҡыу йылында Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се башҡорт лицейында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге класс асыла. 

2-се Башҡорт лицейында «Шайморатов класы» асыла
2-се Башҡорт лицейында «Шайморатов класы» асыла

«Шайморатов кластарында» 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең батырлығы миҫалында ил тарихына хөрмәт, илһөйәрлек, Тыуған ил, республика өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр, сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыуға, әүҙем гражданлыҡ позицияһын булдырыуға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән даими эш алып барыла.

5-се класс — «Шайморатов класы» — ул дөйөм белем биреү класы, унда төп дөйөм белем биреү программаһынан тыш, фәндәр төплө өйрәнелә. Маҡсат —уҡыусыларҙы хәрби йәки башҡа дәүләт хеҙмәтенә әҙерләү. «Шайморатов класы» уҡыусыларының берҙәм мәктәп формаһы бар. Класта хәрби-спорт әҙерлеге булған куратор эшләй.

8-се класс — «Кадет класы» (сик буйы) — уҡыусыларҙы дәүләт һәм хәрби хеҙмәткә әҙерлек формаһы. Кадет класында һәм «Шайморатов класы»нда уҡытыу тарихты, математиканы, физиканы, инглиз телен профилле өйрәнеүгә, бал бейеүҙәре, этикет буйынса дәрестәр, физик һәм строй әҙерлеге, атыу йүнәлештәре буйынса дәрестән тыш эшмәкәрлеккә йүнәлтелгән.

10-сы класс — социаль-иҡтисади класс — Рәсәйҙә иң популяр йүнәлеш, буласаҡ эшҡыуарҙар, сәйәсмәндәр, социологтар, юристар, менеджерҙар өсөн иң яҡшы белем биреү базаһы. Башҡорт дәүләт университетының Иҡтисад, финанс һәм бизнес институты, Кооператив институт уҡытыусылары дәрестән тыш эшмәкәрлек буйынса дәрестәр бирә. Лицейҙа уҡытыу рус телендә алып барыла. 10-сы класҡа уҡыусылар рус теле, математика, йәмғиәтте өйрәнеү һәм география буйынса төп дәүләт имтиханы йомғаҡтары буйынса ҡабул ителә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-06-22/shaymuratovskiy-klass-otkroetsya-v-bashkirskom-litsee-2-2850628

Автор:Башинформ
Читайте нас в