+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
28 Апрель 2022, 07:55

ИҢ ЯБАЙ БАУЫРҺАҠТАР

Был бауырһаҡты бешерер өсөн ни бары 5 кенә ингредиент кәрәк була: 2 йомортҡа, 190 гр ҡуйыртылған һөт, 300 гр он, 1 балғалаҡ разрыхлитель, бер семтем тоҙ.

ИҢ ЯБАЙ БАУЫРҺАҠТАР
ИҢ ЯБАЙ БАУЫРҺАҠТАР


Йомортҡаны туҡыйбыҙ, ҡуйыртылған һөт менән тоҙ өҫтәйбеҙ. Ондо разрыхлитель менән бергә болғатабыҙ ҙа йомортҡа иҙмәһенә ҡушабыҙ. Матур итеп ҡамыр баҫабыҙ. Әҙер ҡамыр ҡулға йәбешмәй.
Ҡамыр бер аҙ "ял итеп" алһын.
Тәрән табаға май ҡоябыҙ ҙа әҙер бауырһаҡты һалып төрлө яҡлап ҡыҙҙырып алабыҙ.
Өҫтәлгә ултыртыр алдынан шәкәр пудраһы менән биҙәргә лә була.
Өҫтәлегеҙ йәмле, ашығыҙ тәмле булһын!

сығанаҡ: https://vk.com/bashkortvk  

Автор:Файҙалы кәңәштәр сайтынан
Читайте нас: