-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Ноябрь 2022, 09:31

Башҡорт батыры - донъя чемпионы!

Илсур финалда француз спортсыһын еңеп, донъя чемпионы исемен яуланы. Афарин!!!

Башҡорт батыры - донъя чемпионы!
Башҡорт батыры - донъя чемпионы!

Ҡауарҙы ауылынан Илсур Исхаҡов шахбокс буйынса донъя чемпионы исеменә лайыҡ булды. Был хаҡта социаль селтәрҙә Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов хәбәр итте.

Илсур Исхаҡов Рәсәй йыйылмаһы составына инде һәм Төркиәлә уҙған шахбокс буйынса донъя чемпионатының дөйөм иҫәбендә ҡатнашты. Илсур Исхаҡовтың ярышташы - Франциянан ике тапҡыр чемпион, бығаса бер тапҡыр ҙа еңелгәне булмағайны.

«Ябай ғына ауыл малайына шундай еңел булмаған спорт төрөндә танылыу яуларға мөмкинме? 24 йәшендә беҙҙең Илсур үҙенең өлгөһөндә быны мөмкин булыуҙы күрһәтте. Сабырлыҡ һәм эшһөйәрлек, тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ, ҙур теләк һәм үҙ-үҙеңә ышаныу булһа. Күп осраҡта чемпионды уның атаһы, Ҡауарҙы мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы, район балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Сабир Исхаҡов тәрбиәләгән. Улы ла бәләкәйҙән үк спортҡа һөйөү тәрбиәләгән. Илсур 7 йәшендә шахмат уйнай башлай. Ә бына студент сағында ғына БДУ-ның беренсе курсында бокс менән мауыға. Инженерлыҡ факультетын тамамлағандан һуң армияла хеҙмәт итә. Кире ҡайтҡас, шахбокс менән етди шөғөлләнә башлай. Бер йылдан һуң күнекмәләр шахбокс буйынса Рәсәй чемпионы титулын, Рәсәйҙең Шахбокс федерацияһы кубогын яуланы, ә бөгөн донъя чемпионы булды», - тип яҙа муниципалитет етәксеһе.

Шахбокс - ул сиратлашып килгән раундтарҙа шахмат һәм боксты берләштереүсе спорт төрө. Шахбокс буйынса ярыштар рәсми рәүештә 2003 йылдан уҙғарыла.

Автор:Раян Атанбаев, "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: