+3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
14 Июнь 2022, 13:56

“Ай, һылыу!”

“Ай, һылыу!” конкурсының сираттағы ҡатнашыусыларын ҡаршы алайыҡ.

Сәлимә Ҡаранаева
Фото:Сәлимә Ҡаранаева

1. Анастасия Третьякова. Салауат районының Әлкә ауылынан.

“Мәктәпте тик "4" һәм "5" билдәләренә генә тамамланым. Башҡортса матур итеп шиғырҙар һөйләйем, һөйләшәм. Буш ваҡытымда һүрәт төшөрәм, әҙәби китаптар уҡыйым”.

2. Лиана Йомабаева. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.

“21-се һанлы балалар баҡсаһына йөрөйөм. Һүрәт төшөрөү, бейеү түңәрәктәренә яратып йөрөйөм. Әсәемә өй эштәрендә ярҙамлашам.Сәсемә төрлө причёскалар эшләргә яратам. ”.

3. Дилара Мөхтәсимова. Бишбүләк районының Айыт ауылынан.

“Миңә – 14 йәш. Биология минең иң яратҡан дәрестәремдең береһе. Буш ваҡытымда һүрәт төшөрәм, тәмле-тәмле итеп ашарға бешерәм, волейбол түңәрәгендә шөғөлләнәм. Киләсәктә теш врачы буласаҡмын ”.

4. Нәркәс Саттарова. Ғафури районының Йөҙимән  ауылынан.

“Миңә – 13 йәш. Башҡорт һәм урыҫ теле дәрестәрен яратып уҡыйым. Буш ваҡытымда һүрәт төшөрәм, сәстәрҙе төрлөләндереп үрергә, әсәйемә ярҙамлашырға яратам. Ай һайын “Аманат” журналының яңы һанын көтөп алып туғандарыма уҡыйым”.

5. Элиза Сөләмәнова.  Ейәнсура районының  Башҡорт Үргене ауылынан.

“6-сы синыфты гел 5-ле билдәләренә генә тамаланым. Буш ваҡытымда китаптар уҡыйым, тәмлекәстәр бешерәм, өй эштәрендә әсәйгә ярҙам итәм. Шулай уҡ мәктәптә, районда, республикабыҙҙа үткән төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашам”.

 

Автор:Сәләмә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: