+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
20 Апрель , 16:49

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙайыҡ

“БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТ” халыҡ-ара белем биреү акцияһын ойоштороу һәм үткәреү тураһында МӘҒЛҮМӘТ #башҡорттелендәдиктант #башдиктант/#башдиктант2022 

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙайыҡ
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙайыҡ

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант онлайн һәм оффлайн форматта уҙғарыла. Акцияла ҡатнашырға теләүселәр өсөн Башҡорт дәүләт университетында, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында һәм Башҡортостандың Милли музейында майҙансыҡтар ойошторола. Өҫтәмә оффлайн майҙансыҡтар исемлеге менәнhttps://bashdictant.ru/сайтында танышырға мөмкин.

2022 йылдың 23 апрель көнө 11:00 сәғ. (Өфө ваҡыты) тура эфирҙа «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, «Бәйләнештә»социаль селтәрендә, телеграм-каналда диктаторҙардиктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай:

сәғәт 11:00-ҙән сәғәт 11:25-кә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;

сәғәт 11:30-ҙан сәғәт 12:00-кә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;

сәғәт 12.05-нән сәғәт 12.30-гә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙ аллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамланғас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, электрон почтаға bashdictant2022@mail.ruйәки телеграмма-ботҡа https://t.me/bash_dictant_bot 2022 йылдың 24 апреленә 23:59 сәғәткә тиклем ебәрергә кәрәк.

 

сығанаҡ: https://ejansura.ru/articles/m-arif/2022-04-08/bash-ort-telen-n-diktant-ay-a-m-asan-ya-aby-2762095 

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас в