+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
22 Апрель , 10:40

23 апрелдә - Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Башҡортостандың Мәғариф һәм фән, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә 23 апрелдә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2022» акцияһын үткәрә. Сара онлайн һәм оффлайн тәртибендә уҙғарыла.

23 апрелдә - Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант
23 апрелдә - Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант

Акцияла ҡатнашырға теләгәндәр өсөн Башҡорт дәүләт университетында, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында, Милли музейҙа майҙансыҡтар ойошторола. Өҫтәмә оффлайн майҙансыҡтар исемлеге менән https://bashdictant.ru/ сайтында танышырға мөмкин.

2022 йылдың 23 апрелендә 11.00 сәғәттә (Өфө ваҡыты) тура эфирҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, телеграм-каналда диктант тексы тура эфирҙа уҡыла башлай:

11.00 - 11.25 сәғәттә – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгәндәр өсөн;
11.30 - 12.00 сәғәттә – башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн;
12.05 - 12.30 сәғәттә – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкән һәм яҙғандар өсөн.

Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙаллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамланғас, ҡағыҙҙағы тексты фотоға төшөрөп, bashdictant2022@mail.ru электрон почтаһына йәки телеграмма-ботҡа - https://t.me/bash_dictant_bot 24 апрелдең 23.59 сәғәтенә тиклем ебәрергә кәрәк.

Шул уҡ ваҡытта диктантты 24 апрелдең 23.59 сәғәтенә тиклем https://bashdictant.ru/ рәсми сайтында һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә (https://vk.com/bash_tv, https://vk.com/bash_fond) эфирҙың видеояҙмаһын ҡарап яҙырға мөмкин.

Диктант темаһы һәм тексы ойоштороусылар тарафынан билдәләнә. Ул ғалим-филологтар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ярҙамы менән өс вариантта әҙерләнәсәк: башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгәндәр, башҡорт телендә иркен аралашҡандар һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкән, яҙғандар өсөн.

Диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар электрон почтаға йә телеграм-боттан ебәреләсәк. Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashdictant.ru/ сайтында баҫтырылып сығасаҡ.

Автор:"Аманат" журналы
Читайте нас в