+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
25 Апрель , 14:28

Диктантты 334 523 кеше яҙҙы!

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа Республикабыҙҙың барлыҡ район-ҡалалары, Рәсәйҙең бихисап төбәктәре һәм бөтә донъя буйлап төрлө илдәр ҡатнашты. Сит ерҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙән дә эштәр ҡабул ителде.

Диктантты 334 523 кеше яҙҙы!
Диктантты 334 523 кеше яҙҙы!

Диктантты барлығы 334 523 кеше яҙҙы! Уларҙың 125 179 башланғыс кимәлдә, 140 019 иркен аралашыу кимәлендә һәм 69 325 кеше төнъяҡ-көнбайыш диалектында яҙған. Сағыштырыу өсөн 2021 йылдың һандарына күҙ һалайыҡ: башланғыс кимәлдә 159 510, иркен аралашыу кимәлендә 106 794 һәм төнъяҡ-көнбайыш диалектында 55 478 кеше яҙған.
“Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант йылдан-йыл киңәйә, ҡыҙыҡлыраҡ һәм берҙәмерәк була бара. Республика Башлығы Радий Хәбировтың акцияла ҡатнашыуы айырыуса байрамса төҫ бирҙе. Быйыл диктантты офлайн-майҙансыҡтарҙа йыйылып бергәләп яҙыу мөмкинлеге булыуы ҡыуандырҙы. Минеңсә, был бик изге йола. Шәхсән үҙем өсөнсө тапҡыр диктантты төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙҙым. Быйыл беҙҙең диалект өсөн дә махсус тел нормалары әҙерләнеүе бик ҡыуандыра. Бының өсөн танылған ғалимдарҙы, тел белгестәрен һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкән төрлө район вәкилдәрен йәлеп иткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына рәхмәт әйткем килә ”, - тине Туймазы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Альберт Исмаил.
Рәсәй төрлө төбәктәренән Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Сочи ҡалалары, Силәбе, Ырымбур, Мәскәү, Һарытау, Һамар, Ҡурған, Свердловск, Мурманск өлкәләре, Ханты-Манси автономиялы округы, Ямал-Ненец автономиялы округы, Пермь, Алтай, Приморский крайҙары, Якутия, Татарстан республикалары һ.б. ҡатнашты.
Донъяның Үзбәкстан, Таджикистан республикаларынан, Испания, Швейцария, Германия, Бөйөк Британия, Италия, Франция, Канада, Ҡаҙағстан, Төркиә, Польша, АҠШ илдәренән диктант яҙыусылар булды.
Билдәле йырсы Зилиә Бәхтиева диктантты Башҡортостан юлдаш телевмдениеһында тура эфирҙа яҙҙы. “Тура эфирҙа диктант яҙыуы биҡ ҡыҙыҡ та, яуаплы ла эш. Текст ныҡ уйландырҙы, бай йөкмәткеле булды. Күп йылдар сәхнәлә ижад итеп йөрөгәс, башҡорт теле грамматикаһы онотола башлаған. Ләкин бындай саралар барлыҡ йәһәттән дә камилыраҡ булырға әйҙәй,” – тип һөйләп үтте.
Диктант-2022 ҡатнашыусыларының һәр береһенә электрон сертификаттар йүнәлтеләсәк.

Автор:bashdictant.ru
Читайте нас в