+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
28 Апрель , 13:01

Башҡорт халыҡ балалар уйындары

Ыштандыр Әҙерлек. Балалар түңәрәк яһап баҫа, һанашмаҡ әйтеп, көтөүсе һайлана. Көтөүсе бәләкәй туп менән түңәрәк уртаһында ҡала. Уйындың аңлатмаһы һәм ҡағиҙәләре. Көтөүсе тупты һауаға сөйә лә түңәрәктә тороусы берәй баланың исемен әйтә. Исеме әйтелгән бала һауаға сөйөлгән тупты ергә  төшөрмәйенсә тотоп алырға тырыша, ә башҡалар (шул иҫәптән көтөүсе лә) түңәрәктән ситкә йүгерәләр. Исеме әйтелгән бала һауанан төшөп килгән тупты ергә төшөрмәй тотоп алһа, ситкә йүгергән балалар кире урындарына баҫа, көтөүсе тупты яңынан һауаға сөйә. Ә инде исеме әйтелгән бала тупты һауанан тота алмаһа, ергә ҡаҡсылғас та ул уны тота һәм: “Ыштандыр”, – тип ҡысҡыра. Ситкә йүгергән балалар туҡтап ҡала. Тупты тотҡан уйнаусы урынынан иптәштәре яғына 3 аҙым атлай һәм үҙенә яҡын торған уйнаусының аяғына туп бәрә. Уйнаусы тупты ҡулы менән тоторға тырыша. Тупты ул тотһа йәки үҙенә тейҙертмәһә, исеме әйтелгән бала көтөүсе булып ҡала, ә инде тупты тота алмай аяғына тейҙертһә – үҙе көтөүсе урынын ала. Уйын шул тәртиптә дауам итә.

Башҡорт халыҡ балалар уйындары
Башҡорт халыҡ балалар уйындары

Ыштандыр

Әҙерлек. Балалар түңәрәк яһап баҫа, һанашмаҡ әйтеп, көтөүсе һайлана. Көтөүсе бәләкәй туп менән түңәрәк уртаһында ҡала.

Уйындың аңлатмаһы һәм ҡағиҙәләре. Көтөүсе тупты һауаға сөйә лә түңәрәктә тороусы берәй баланың исемен әйтә. Исеме әйтелгән бала һауаға сөйөлгән тупты ергә  төшөрмәйенсә тотоп алырға тырыша, ә башҡалар (шул иҫәптән көтөүсе лә) түңәрәктән ситкә йүгерәләр. Исеме әйтелгән бала һауанан төшөп килгән тупты ергә төшөрмәй тотоп алһа, ситкә йүгергән балалар кире урындарына баҫа, көтөүсе тупты яңынан һауаға сөйә. Ә инде исеме әйтелгән бала тупты һауанан тота алмаһа, ергә ҡаҡсылғас та ул уны тота һәм: “Ыштандыр”, – тип ҡысҡыра. Ситкә йүгергән балалар туҡтап ҡала. Тупты тотҡан уйнаусы урынынан иптәштәре яғына 3 аҙым атлай һәм үҙенә яҡын торған уйнаусының аяғына туп бәрә. Уйнаусы тупты ҡулы менән тоторға тырыша. Тупты ул тотһа йәки үҙенә тейҙертмәһә, исеме әйтелгән бала көтөүсе булып ҡала, ә инде тупты тота алмай аяғына тейҙертһә – үҙе көтөүсе урынын ала. Уйын шул тәртиптә дауам итә.

 

Баҫтырмаҡ

Әҙерлек.  Ҡыҙҙар менән малайҙар ишләшеп түңәрәккә баҫа: ҡыҙ алда, малай уның артында тора. Уйынды ойоштороусы, түңәрәк уртаһына сығып, һәр бер һүҙҙе бер ишкә тура килтереп һанашмаҡ әйтә:

Йәй китте, көҙ килде,

Өйрәк китте, ҡаҙ китте,

Һандуғастар һайраны,

Балалар ҙа йыйылды,

Ҡарға, сыпсыҡ,

Һин тороп тор, ул сыҡ!

“Сыҡ” һүҙе тура килгән иш уйынды башлап ебәрә.

Уйындың аңлатмаһа. Иштең береһе түңәрәк буйлап тышҡы яҡтан ҡаса, икенсеһе уны артынан ҡыуып китә. Баҫтырыусы, ҡасыусыны ҡыуып етеп, уға һуға ла үҙе кире яҡҡа ҡаса һәм, баҫтырыусы инде ҡыуып еттем тигәндә, түңәрәктә торған иштәрҙең алдына барып баҫа. Артта торған бала, шунда уҡ баҫтырыусынан ҡасып, түңәрәк буйлап йүгереп китә һәм йылғыр, етеҙ булып, тотолмаһа, икенсе иштәрҙең алдына барып баҫа. Тотолһа, тотҡан баланы баҫтырып китә. Уйын шул тәртиптә дауам итә.

Уйындың әһәмиәте. Балаларҙың хәрәкәт ите мөмкинселектәрен физик яҡтан үҫтереүгә һәм камиллаштырыуға ыңғай тәьҫир яһай; иғтибарлылығын тәрбиәләй.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас в