+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
28 Апрель , 13:36

Торатауҙа баҫҡыс һалыуға әҙерлек башланды

Торатау янында шиханға менеү өсөн баҫҡыс һалыуға әҙерлек эштәре башланды, тип хәбәр итте геопарк етәкселеге. Подрядсы төҙөлөш вагондарын ҡуйған да инде. Яҡын көндәрҙә төҙөүселәр ошо майҙансыҡта эшкә тотона,уны йыл аҙағына тамамларға тейеш.

Торатауҙа баҫҡыс һалыуға әҙерлек башланды
Торатауҙа баҫҡыс һалыуға әҙерлек башланды

Хәҙер шиханға тиҫтәләрсә һуҡмаҡ илтә, әммә уларҙың барыһы ла тиерлек Ҡыҙыл китапҡа ингән үҫемлектәр аша үтә. Ял көндәрендә тауға меңгә яҡын кеше артыла. Шихандың флораһын һәм фаунаһын һаҡлап ҡалыу өсөн белгестәр уңайлы экомаршрут әҙерләгән. Уның дөйөм оҙонлоғо — 5,65 саҡрым, ә баҫҡыс — 402 метр, тирә-яҡты күҙәтеү һәм ял итеү майҙансыҡтары бар.

Экобаҫҡыс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән бында танышырға мөмкин. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-04-27/na-toratau-nachalas-podgotovka-k-stroitelstvu-lestnitsy-2786648

 
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас в