+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Ҡаршы алығыҙ: һабанай һаны!

“Аманат” журналының һабанай һанын көтә-көтә арып киткәнһегеҙҙер инде? Оҙаҡламай ул килеп етер, бер аҙ ғына сабыр булығыҙ, яраймы? Әлегә беҙ һеҙгә, ғәҙәттәгесә, сер тоҡсайын тишә торайыҡ – журналда ниҙәр барлығы тураһында бәйән итәйек.

Ҡаршы алығыҙ: һабанай  һаны!
Ҡаршы алығыҙ: һабанай һаны!

“Аманат”ты конкурс-уйындарһыҙ күҙ алдына килтереп тә булмай. Улар шул тиклем күп! Был юлы “Күҙ менән ҡаш араһы”, “Мин донъяны һүрәтләйем”,”Билдәле шәхестәрҙең бала сағы” конкурстары.

Журналдың һабанай һанында шулай уҡ  “Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт, “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр бәйгеләренә ебәрелгән гәрәбәгә тиң матур әҫәрҙәр донъя күрҙе. “Ай, һылыу!” конкурсында һабанай һылыуын да билдәләнек.

Үткән һандарҙа беҙ Рәлиә Йәһүҙинаның “Һалҡын һыу ҡайнар һөйөүгә әйләнде!” хикәйәһен баҫҡайныҡ. Оҡшанымы? Был һанда ни өсөн Фәриҙә ер тишегенә инеп китерҙәй булып оялғанын белгегеҙ килһә журналды ҡулға алғас та   уҡырһығыҙ, Алла бойорһа!

Был һанда постерҙа ниндәй йондоҙ сығыуы  әлегә сер булып ҡалһын. Йондоҙмо ул, әллә йондоҙҙармы? Бер-нисә көндән күрерһегеҙ!

 “Билдәле шәхестәрҙең бала сағы” рубрикаһында Әбйәлил районының Ҡушай ауылында тыуған Тамъян ырыуы ҡыҙы, билдәле эстрада йырсыһы Альбина Килдейәрова үҙенең бала сағы тураһында ҡыҙыҡ һәм ҡыҙғаныс та итеп һөйләй.

Дуҫтар! "Аманат"ҡа 2022 йылдың 2-се яртыһына яҙылыу һәм “Яҙыл да бүләк от!” уйыны бара!!! Бүләккә – велосипед!

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас в