+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Баш ҡалала хәрби парадтың репетицияһы булды

Кисә Өфөлә хәрби парадтың репетицияһы уҙҙы. Баш ҡала мэрияһынан хәбәр итеүҙәренсә, парадта 21 парад расчеты ҡатнаша. Бөтәһе 1600 самаһы кеше, шул иҫәптән йәш армиясылар һәм кавалеристар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, репетициялар 11 апрелдә башланды. Улар аҙна һайын ойошторола. Генераль репетиция 7 майҙа Октябрь проспектында була.

Баш ҡалала хәрби парадтың репетицияһы булды
Баш ҡалала хәрби парадтың репетицияһы булды

Кисә Өфөлә хәрби парадтың репетицияһы уҙҙы. Баш ҡала мэрияһынан хәбәр итеүҙәренсә, парадта 21 парад расчеты ҡатнаша. Бөтәһе 1600 самаһы кеше, шул иҫәптән йәш армиясылар һәм кавалеристар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, репетициялар 11 апрелдә башланды. Улар аҙна һайын ойошторола. Генераль репетиция 7 майҙа Октябрь проспектында була.

Бындай парадтарҙың беренсеһендә 1500 кеше ҡатнашты, улар араһында — Өфө территориаль гарнизонының 20 расчеты, федераль башҡарма властың республика органдары отрядтары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, кадеттар һәм курсанттар.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-05-05/v-ufe-sostoyalas-repetitsiya-voennogo-parada-2794398

Автор:Башинформ
Читайте нас в