+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

«Герой йондоҙо» спектакленә рәхим итегеҙ

Спектакль легендар лётчиктың 100 йыллығына бағышлана.

«Герой йондоҙо» спектакленә рәхим итегеҙ
«Герой йондоҙо» спектакленә рәхим итегеҙ

9 майҙа Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Герой йондоҙо» спектакленең премьераһы була. Ул легендар осоусы-штурмовик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала.

Муса Гәрәев — һоҡланғыс яҙмышлы шәхес. Яҡташыбыҙ бик күп наградалар менән бүләкләнгән, һуғышта бер тапҡыр ҙа яраланмаған. 22 йәшендә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған, эскадрилья командиры дәрәжәһенә еткән.

Спектакль Фәрит Әхмәҙиевтың пьесаһы буйынса ҡуйыла. Авторҙашы һәм ҡуйыусы режиссеры — Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Мусина. Пьеса данлыҡлы штурмовиктың хәтирәләренә таянып яҙылған. Муса Гәрәев ролен Әбйәлил Үтәбаев башҡара.

Билетты Пушкин картаһы менән алырға мөмкин.

Автор:
Читайте нас в