Ҡарт өләсәйемдең һәм ҡарт олатайымдың ғаиләләрен һөргөнгә ебәрәләр. Али олатайым әсәһенең аяғынан полицай аҙаҡы итеген һалдырып алғанды илай-илай гел һөйләгән. Уларҙы, бөтә балалары менән бергә, поезға ултыртып Урал өлкәһенә ебәргәндәр. Тыуғандарымдың һүҙҙәренә ҡарағанда, улар унда казармала йәшәгәндәр һәм торфяниктарҙа эшләгәндәр. Был бик ҡурҡыныс ваҡыттар булған - аслыҡ, яланғаслыҡ, түбәнселекле тормош шарттары. Күп йылдар үткәс, Али олатайым тыуған ауылына ҡайта.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылда тыуған йортон таба алмай. Олатайым ауылды урап сыға һәм ул бер ярлы ғына кейенгән, салбарҙары йыртылып бөткән бабайҙы осрата. Был бабай олатайымды таныу менән илай башлай һәм теҙләнеп ғәфү үтенә. Ә Али Бичурин, кибеткә инеп, был бабайға салбар һатып алып бирә.
- Был кем? - тип һорағас
- Минең палач,- тип яуап бирә. Был әсәһенең итеген һалып алып ҡалған полицай була.
Утыҙынсы йылдарҙың башында Дебердеевтарҙың һәм Бичуриндарҙың ғаиләләре Туймазы районына күсенеп киләләр. Ә 1939-сы йылды Мәрйәм менән Али өйләнешәләр. Олатайымды 1940-сы йылдың 10 мартында армияға алалар. Бичурин Али 332-се артилерия полкында тәьмин итеү буйынса рота старшинаһы булып хеҙмәт итә. Һуғыш ҡырында күпне күрә бабайым. Тик йәш егеттең йәшәү теләге бик көслө була. Яралана. Аяғына мәңге хәтирә булып снаряд ярсығы кереп урнаша. Шул тимер кисәге менән ҡалған бар ғүмрен йәшәй бабайым. Олатайым күп миҙалдар менән бүләкләнгән. Фронтовик Али Бичурин өйөнә 1947-се йылда ғына ҡайтҡан. Ул Берлинға барып етеп, Польшаны, Белоруссияны, Румынияны азат итеүҙә ҡатнашҡан.
Али ҡарт олатайым һуғышҡа киткәс, Мәрйәм өләсәй өйҙә ҡала. Ә 1942-се йылда уны ла фронтҡа алалар. Уның менән Туймазы районынан һуғышҡа егерме һигеҙ ҡыҙ китә. Уларҙы Чкалов шәһәрендәге хәрби училищеға ебәрәләр. Ҡыҙҙар тиҙләтелгән зентчик-пулеметчик курстарын үтәләр.
Шулай итеп, 1942 йылдың 12 май айынан башлап Мәрйәм Дебердеева 76-сы инженер-аэродром батальонында рядовой булып хеҙмәт итә. Был батольонда гел ҡыҙҙар ғына була.Улар аэродромдарҙы һаҡлайҙар. Мәрйәм Мөсим ҡыҙы зенитчица булып хеҙмәт итә. Уға һуғышта бик ауыр була. Әллә нисә көн ашамай-эсмәй, йоҡламай һуғышырға тура килә. Шинель кейеп, һалҡын землянкала серем итеп алыу-ҙур шатлыҡ була. Нисек кенә ауыр булһа ла, Мәрйәм Дебердеева, үҙенең фронтовик-зенитчик ҡыҙҙары менән бик күп дошман самолеттарын бәреп төшөрә. Ошо зенитчик ҡыҙҙарҙың батырлыҡтары арҡаһында немец ғәскәрҙәре Мәскәүгә инә алмай.
Ҡарт өләсәйем үҙенең һуғышта булған саҡтары тураһында һөйләргә яратмаған. Үҙенең Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуын батырлыҡ тип һанамаған. Унда бит яңы ғына мәктәпте тамамлаған матур, йәп-йәш ҡыҙҙар, ирҙәр урынына пушка һәм приборҙар янына баҫып, ысын батырлыҡ, сыҙамлыҡ күрһәткәндәр.
Һуғыш ваҡытында Мәрйәм Дебердеева бер мәртәбә лә йәрәхәтләнмәй. Хәрби хеҙмәттәре өсөн Мәрйәм Мөсим ҡыҙы күп миҙалдар һәм ордендар менән бүләкләнә.
Һуғыштан һуң, улар Туймазы районыны Нежнетроицк ауылында йорт һатып алалар һәм аҙаҡы көндәренә саҡлы шунда бәхетле йәшәйҙәр.
Мин ҡарт олатайымдың һәм ҡарт өләсәйемдең батырлыҡтарын бер ҡасан да онотмайым. Һәм бөгөн бөтә ветерандарға иҫәнлек-һаулыҡ теләйем. Рәхмәт әйтәм һәм башымды эйәм:
Рәхмәт һеҙгә, ветерандар!