-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июнь 2019, 18:50

Башҡортостанда 100 балл алыусылар арта: информатиканан һәм биологиянан берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре

Информатиканан берҙәм дәүләт имтиханын 2 848 кеше тапшырҙы, 12-һе 100 балға яҙҙы.

Башҡортостанда йөҙ балл алыусылар арта. Бөгөн информатиканан һәм биологиянан берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре билдәле булды.
Информатиканан берҙәм дәүләт имтиханын 2 848 кеше тапшырҙы, 12-һе 100 балға яҙҙы, тип хәбәр иттеләр республика Мәғариф министрлығынан. Шуларҙың туғыҙы — өфөләр. Улар — 58-се, 83-сө, 153-сө лицей, 16-сы гимназия уҡыусылары. Икәүһе Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се лицейынан һәм 5-се гимназияһынан, бер уҡыусы Яңауыл гимназияһынан. Уҙған уҡыу йылында туғыҙ сығарылыш уҡыусыһы ошо фәндән юғары балл күрһәтте.
Биологиянан 3 670 ун беренсе класс уҡыусыһы һынау тотто. Дүрт кеше — Мәләүез ҡалаһының 6-сы лицейын, Стәрлебаш районының 2-се мәктәбен, Стәрлетамаҡтың 32-се мәктәбен һәм 3-сө лицей-интернатын тамамлаусылар эштәрҙе хатаһыҙ башҡарҙы.
Шулай итеп, әлеге көндә Башҡортостанда берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу йомғаҡтары буйынса йөҙ балға яҙылған 108 эш бар. Географиянан — 3 кеше (уларҙың береһе берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда, 10 кластан һуң тапшырҙы), әҙәбиәттән— 2, профилле математиканан — 18, химиянан — 29, тарихтан — 5, рус теленән — 6, физиканан — 25, йәмғиәтте өйрәнеү фәненән — дүрт, информатиканан — 12, биологиянан — дүрт. Республикала инглиз теленән йөҙ балл алыусылар юҡ. Отличниктарҙың тағы ла күберәк булыуы ихтимал — берҙәм дәүләт имтиханының төп осорон бөтә фәндәрҙе тапшырыу өсөн резерв көндәр дауам итә, тип белдерҙеләр Башҡортостан Мәғариф министрлығында.
Бынан тыш, быйыл төбәктә бөтә берҙәм дәүләт имтихандары йомғаҡтары буйынса ике тапҡыр йөҙ балға яҙыусылар һаны артты. Хәҙерҙе ваҡытта республика мәктәптәренең ете сығарылыш уҡыусыһы бер юлы ике фәндән юғары балл алды. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, физиканан һәм профилле математиканан имтихандарҙа Нефтекаманың башҡорт гимназияһынан Эдуард Владимиров, Өфөнөң 153-сө лицейынан Роман Злобин һәм 83-сө инженер лицейынан Маргарита Сәғитова яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Баш ҡаланың 153-сө лицейынан Дмитрий Колупаев математиканан һәм информатиканан берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырҙы. 200 балл — физика һәм информатика буйынса — ошо уҡ лицейҙан Игорь Парфеновта һәм Иван Тепляшинда. Стәрлетамаҡтың 32-се мәктәбенән сығарылыш уҡыусыһы биологиянан һәм химиянан ике тапҡыр уңышҡа өлгәште.
Читайте нас: