-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Апрель 2020, 14:51
Милли кейем тегеү буйынса онлайн-дәрестәр була
17 апрель - Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнө уңайынан, Республика халыҡ ижады үҙәге милли кейем тегеү, сигеү буйынса онлайн видеодәрестәр әҙерләне. Һылтанмалар һәм дәрестәр теҙмәһе - беҙҙең сайтта.
17 апрелдә республикала Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейем көнө үткәрелә. Ошо уңайҙан Республика халыҡ ижады үҙәге милли кейем тегеү, сигеү буйынса онлайн видеодәрестәр әҙерләне.
Видеодәрестәрҙе теләгән һәр кеше ҡарай ала.
"Бәйләнештә" сайтындағы
https://vk.com/rcntufa
төркөмөндә,
"Инстагам"да
https://www.instagram.com/rcnt_rb
сәхифәһендә,
YouTube видеохостингында
http://www.youtube.com/c/РЦНТРБ
,
Facebook социаль селтәрендәге
https://www.facebook.com/RSNTRB
битләүендә,
шулай уҡ Республика халыҡ ижады үҙәгенең рәсми сайтында
https://rcntrb.com/ru
ҡарарға була.
Түшелдерек
эшләү ысулы менән Сибай ҡалаһынан культурология фәндәре кандидаты Гөлнара Тажетдинова әҙерләгән материалдары аша танышырға мөмкин.
Өфө губернаһы урыҫтары костюмдары
тураһында Рәсәй Фәндәр Академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Р.Ғ. Кузеев ис. Этнологик тикшеренеүҙәр институтының ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Елена Нечвалода таныштырасаҡ. Республика халыҡ ижады үҙәге Мәҙәниәт йортоноң "Селтәр" студияһы башҡорт милли кейеменең элементы –
иңһәлек
эшләү серҙәренә өйрәтер. Видеодәресте БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлгөнә Баймырҙина һәм студия оҫтаһы Фатима Хәйретдинова әҙерләгән.
Сәхнәлә милли кейеме үҙенсәлектәре
тураһында Мәҙәниәт йортоноң "ЭкиВоки театр костюмдары" студияһы етәксеһе Наталья Кузнецова һөйләй. Бишбүләк районынан Людмила Романова сыуаш ҡатын-ҡыҙҙарҙың баш кейемен эшләү оҫталығы аңлатасаҡ.
Ҡайып сигеү
буйыса "Тамбур" биҙәү сәнғәте халыҡ клубы етәксеһе Балаҡатай районынан Венера Ғәлиәкбәрова һәм
башҡорт йәштәре өсөн сәсмәүер биҙәүесе
н әҙерләү буйынса Сибай ҡалаһынан БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, РФ Хөкүмәтенең «Рәсәй рухы» премияһы лауреаты Асия Ғәйнуллина үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлаша.
Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына хас кейем үҙенсәлектәре
менән Туймазы ҡалаһынан "Тамға" клубы етәксеһе Зөлфиә Краснова таныштырыр.
Республика халыҡ ижады үҙәге.
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся