+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Февраль 2021, 14:29

«Шайморатовсыларҙың ҡышҡы уйындары» башлана

16-18 февралдә Өфөнөң полилингваль мәктәптәрендә Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кубокка «Шайморатовсыларҙың ҡышҡы уйындары» ойошторола.

16-18 февралдә Өфөнөң полилингваль мәктәптәрендә, шулай уҡ Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кубокка «Шайморатовсыларҙың ҡышҡы уйындары» ойошторола. Мәктәптәр араһында спорт-илһөйәрлек сараһы Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап үткәрелә.

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уйындар өс этапта уҙғарыла.

Бөгөн, 16 февралдә, «Смарт» 162-се полилингваль мәктәбендә уйындарҙы асыу тантанаһы, концерт, командирҙар конкурсы була.

17 февралдә шайморатовсылар 44-се полилингваль мәктәптә интеллектуаль квеста ҡатнаша. Уҡыусылар Бөйөк Ватан һуғышы, 112-се Башҡорт атлы дивизияһы тарихы буйынса белемен тикшерергә, бөйөк полководецтарҙың ҡанатлы фекерҙәре буйынса уларҙы билдәләргә тейеш.

18 февралдә командалар Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының «Шоңҡар» спорт комплексында уйындарҙың иң етеҙ ҡатнашыусыларын асыҡлау өсөн ойошторолған спорт ярыштарында осраша.

Һәр этап башланыр алдынан 112-се Башҡорт атлы дивизияһы байрағының күсермәһе тантаналы рәүештә уйындар уҙғарылған мәктәп командаһына тапшырыла.

Еңеүселәр Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге күсмә кубок менән бүләкләнә. Әүҙем ҡатнашыусыларға иһә республика Мәғариф һәм фән министрлығының иҫтәлекле бүләктәре тапшырыла.

Рәзил Бикбулатов фотоһы

Читайте нас: