-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Апрель 2021, 16:18

Башҡортса диктант яҙайыҡ

Хөрмәтле милләттәштәр!24 апрель Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант көнө икәнен беләһегеҙ. Өфө халҡы үҙе йәшәгән районындағы ошо ете майҙанда ла диктант яҙа ала. Килегеҙ, ҡатнашығыҙ, беҙҙең күмәк икәнде, үҙ туған телебеҙҙе яратыуыбыҙҙы белдерәйек, баш ҡалабыҙҙа ла үҙ тауышыбыҙҙы ишеттерәйек, йәмегеҙ.

1) Киров районында: Ш. Ә. Хоҙайбирҙин исемендәге ҡала үҙәк китапханаһында.
2) Калинин районында: 30-сы моделле балалар китапханаһының 8-се филиалында.
3) Орджоникидзе районында: 41-се моделле балалар китапханаһында.
4) Октябрь районында: ҡала үҙәк китапханаһында.
5) Ленин районында: 10-сы моделле китапханала.
6) Совет районында: 17-се китапхананың, 2-се филиалында.
7) Дим районында: 13-сө моделле китапханала.
Читайте нас: