Һөнәр һайлау буйынса интерактив майҙансыҡтар 26 – 28 августа асыласаҡ. Уларҙың һәр береһе ниндәйҙер кәсепте күрһәтә. Шәхсән ҡыҙыҡһыныуҙарын, һәүәҫлектәрен иҫәпкә алып, уйындар, экскурсиялар, тестар ярҙамында уҡыусыларға үҙҙәренең эшен һайларға ярҙам итәсәк. Чемпионат майҙансығында робот менән идара итергә лә, тәүге ярҙам ҡулын һуҙырға, иретеп йәбештереү эшенә өйрәнергә лә, электросхема йыйып, 3D форматта сығарырға ла мөмкин буласаҡ.
Try-a-skill зонаһы – ул 25 перспективалы компетенция, 50-нән ашыу сертификатлы белгес, 25 һөнәри һынау, уҡыу йорттарының күргәҙмәһе, оҫталыҡ дәрестәре форматында 3D әүҙемлек.
#WorldSkillsRussia #Нацфинал2021 #НацфиналУфа