+2 °С
Облачно
Яңылыҡтар
18 Апреля 2022, 14:40

Республика мәктәптәрендә аҙна һайын Рәсәй флагын күтәрә башлайҙар

Радий Хәбиров үҙенең хакимиәтенә май байрамдарынан һуң уҡ флаг күтәреү тантаналарын башлау өсөн дәүләт символдары менән эшләү мәсьәләһен ентекле өйрәнергә ҡушты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республика мәктәптәрендә аҙна һайын Рәсәй флагын күтәрә башлайҙарРеспублика мәктәптәрендә аҙна һайын Рәсәй флагын күтәрә башлайҙар
Республика мәктәптәрендә аҙна һайын Рәсәй флагын күтәрә башлайҙар

Радий Хәбиров үҙенең хакимиәтенә май байрамдарынан һуң уҡ флаг күтәреү тантаналарын башлау өсөн дәүләт символдары менән эшләү мәсьәләһен ентекле өйрәнергә ҡушты.

«Тәҡдимдәр әҙерләү өсөн һеҙгә бер аҙна ваҡыт бирәм, бының мәктәп линейкалары йәки башҡа саралар булыуы мөмкин. Уҡыусыларҙы, балаларыбыҙҙы дәүләт символдарын хөрмәт итергә өйрәтергә кәрәк», — тине Радий Хәбиров.

Бынан алда Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы уҡыусыларға патриотик тәрбиә биреү сиктәрендә аҙна һайын флаг күтәреү тәжрибәһен индереү өсөн илдең барлыҡ мәктәптәрен дәүләт символикаһы менән тәьмин итеү тураһында белдергәйне.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-04-18/v-shkolah-bashkirii-ezhenedelno-budut-podnimat-rossiyskiy-flag-2773799

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас