+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Апрель , 08:53

Башҡортостанда Рамаҙан айындағы түләүҙәр күләме билдәләнде

Башҡортостанда Рамаҙан айындағы түләүҙәр күләме (фытыр һәм зәҡәт нисәбе) билдәләнде, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы.

Башҡортостанда Рамаҙан айындағы түләүҙәр күләме билдәләнде
Башҡортостанда Рамаҙан айындағы түләүҙәр күләме билдәләнде

Башҡортостанда Рамаҙан айындағы түләүҙәр күләме (фитыр һәм зәҡәт нисәбе) билдәләнде. Республика мосолмандарының Диниә назараты хәбәр итеүенсә, 2022 йылда зәҡәт түләү өсөн нисәб 58 000 һум (көмөш буйынса) тәшкил итә.

Түләүсенең финанс хәленә ҡарап, фитыр саҙаҡаһының минималь күләме ғаиләнең һәр ағзаһынан 150 һум була.

Фитыр саҙаҡаһын Рамаҙандың тәүге көнөнән алып ғәйет намаҙына тиклем таратырға мөмкин. Байрам намаҙынан һуң  түләнгән саҙаҡа фитыр булмай, ә  ябай хәйер тип кенә иҫәпләнә.

Һаулығы буйынса ураҙа тота алмағандар фидиә саҙаҡаһы бирергә тейеш. Уның күләме Рамаҙан айының һәр көнө өсөн 250 һум күләмендә билдәләнә.

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратында белдереүҙәренсә, быйыл Рамаҙан айы 1 апрелдә башланды, ул 1 майҙа тамамлана. Ошо изге айҙа хаҡ мосолмандар көнө буйына, ҡояш байығансы, ашау-эсеүҙән тыйылып тора. 2 майҙа бөтөн мосолмандар ҙа  Ураҙа ғәйетен байрам итә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-04-28/v-bashkirii-opredelili-razmer-denezhnoy-vyplaty-dlya-musulman-na-ramadan-v-2022-godu-2787773

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас в