+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май 2022, 11:45

Өфөлә Һуңғы ҡыңғырау байрамы яңы майҙансыҡта була

Быйыл 25 майҙа Өфөнөң 119 дөйөм белем биреү ойошмаларының 4 853 ун беренсе класс уҡыусыһы өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғырай.

Өфөлә Һуңғы ҡыңғырау байрамы яңы майҙансыҡта була
Өфөлә Һуңғы ҡыңғырау байрамы яңы майҙансыҡта була

Уҡыу йылы тамамланған көндә сығарылыш класы уҡыусылары өсөн Һуңғы ҡыңғырау байрамы ойошторола. Был көндә уҡыусылар символик рәүештә мәктәп менән хушлаша, ә алда мөһим имтихандар, онотолмаҫ сығарылыш кисәһе көтә.

Быйыл 25 майҙа Өфөнөң 119 дөйөм белем биреү ойошмаларының 4 853 ун беренсе класс уҡыусыһы өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғырай. Байрам Өфө ҡалаһы хакимиәте башланғысы менән үткәрелә, тип хәбәр итте мэрияның матбуғат хеҙмәте.

«Торатау» конгресс-холының түбәнге майҙансығында көндөҙгө сәғәт 2-лә мәктәп тамамлаусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр өсөн ҡала байрамы башлана. Программала – вальс бейеү, бейеү флешмобы, баш ҡала мәктәптәре уҡытыусылары хоры, уҡыусыларҙың ижади номерҙары һәм ата-әсәләрҙең ҡотлауы.

26 майҙа уҡ ун беренселәр берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра башлай, һынауҙар 2 июлгә тиклем дауам итә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-05-19/gorodskoy-posledniy-zvonok-proydet-na-novoy-ploschadke-2810860

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: