-2 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Июнь 2022, 10:53

Балалар һабантуйы

Ишҡол мәктәбе уҡыусылары өсөн, 1 июнь - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған "Балалар һабантуйы" үткәрелде. Һабантуй Ҡарантау итәгендә йәмле тәбиғәт ҡосағында үтте. Тоҡ кейеп йүгереү, "ат" сабыштырыу, арҡан тартышыу, йомортҡа һалынған ҡалаҡ менән йүгереү кеүек буйынса уйындар, шулай уҡ лапта, футбол, хатта гер күтәреү буйынса спорт ярыштары үткәрелде.

Балалар һабантуйы
Балалар һабантуйы

Ишҡол мәктәбе уҡыусылары өсөн, 1 июнь - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған "Балалар һабантуйы" үткәрелде. Һабантуй Ҡарантау итәгендә йәмле тәбиғәт ҡосағында үтте. Тоҡ кейеп йүгереү, "ат" сабыштырыу, арҡан тартышыу, йомортҡа һалынған ҡалаҡ менән йүгереү кеүек буйынса уйындар, шулай уҡ лапта, футбол, хатта гер күтәреү буйынса спорт ярыштары үткәрелде. Барлыҡ балалар ҙа уйындарҙа, ярыштарҙа ихлас ҡатнашып мәктәп администрацияһы тарафынан әҙерләнгән приздар - тәмлекәстәр алып ҡыуанды.
Ярыштарҙан һуң балалар тәмле бутҡа, сәй һәм күстәнәстәр менән һыйланып рәхәтләнеп ял итеп таралышты.
"Балалар һабантуйы" байрамын ойошторған Ишҡол мәктәбе директоры Махиянов Азат Рәфҡәт улына, уйын - ярыштарҙы үткәргән барлыҡ уҡытыусыларға, тәмле бутҡа, сәй менән һыйлаған мәктәп хеҙмәткәрҙәренә, ата-әсәләргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

Ҡәҙерле балалар! Йәйге каникулығыҙ шулай күңелле, файҙалы һәм имен - аман ғына үтһен!

Балалар һабантуйы
Балалар һабантуйы
Балалар һабантуйы
Балалар һабантуйы
Балалар һабантуйы
Балалар һабантуйы
Балалар һабантуйы
Балалар һабантуйы
Балалар һабантуйы
Балалар һабантуйы
Балалар һабантуйы
Автор: .
Читайте нас: