

1 июндә Өфө сауҙа-иҡтисад колледжында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған "Йөрәктән - йөрәккә" балалар байрамы утте.
Байрамға республиканың 30 һөнәри белем биреү ойошмаһында уҡыусы балалар ҡатнашты. Улар - уҡыуҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән, халыҡ-ара, бөтә Рәсәй, республика конкурстары еңеүселәре.
Сарала ҡатнашыусыларҙы мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова, Башҡортостан Республикаһының профессиональ белем биреү ойошмалары директорҙары советы рәйесе Сынтимер Баязитов, Республика йәштәр мәҙәниәте үҙәге директоры Владимир Аристархов, Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы директоры Ришат Сабитов тәбрикләне.
Балалар көнөнә арналған ҙур концерт программаһында Өфө сауҙа-иҡтисад колледжының ижади коллективтары: «Талария» халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәксеһе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы - Эльвира Муллағолова), «Амедео» заманса бейеү студияһы (етәксеһе - Диана Кашапова), «Голос» вокал студияһы (етәксеһе - Алмаз Әйүпов) ҡатнашты.
Барлыҡ саҡырылған балалар ҡотлауҙарға һәм бүләктәргә рәхмәтле ҡалдылар. Ысын йөрәктән әйтелгән матур теләктәр йәш йөрәктәрҙә тормошҡа ышаныс булдырыр.
© Зөлфиә Хафизова
Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы