+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июнь , 09:54

Файҙалы башланды каникулым

Йәйҙең тәүге көнөнән Ауырғазы районы Талбазы башҡорт гимназияһының бер төркөм һәләтле балалары Өфө ҡалаһына уҡырға юлланды. "Ни өсөн каникулда ял итмәйҙәр? “- тип аптырарҙар ҡайһы берәүҙәр.

Каникул файҙалы башланды
Каникул файҙалы башланды

Йәйҙең тәүге көнөнән Ауырғазы районы Талбазы башҡорт гимназияһының бер төркөм һәләтле балалары Өфө ҡалаһына уҡырға юлланды. "Ни өсөн каникулда ял итмәйҙәр? “- тип аптырарҙар ҡайһы берәүҙәр.
" Башҡортостан Республикаһы "Аврора" балалар һәм йәштәрҙең һәләттәрен асыҡлау, ярҙам итеү һәм үҫтереү төбәк үҙәге" дәүләт автоном өҫтәлмә белем биреү учреждениеһы 10 көнлөк уҡыу ойошторҙо. Март айында дистанцион уҡыған белемдәрҙе практик рәүештә нығытыу форсаты тейҙе.
Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә "Генетика һәм биомедецина", Агросәнәғәт һәм биотехнология" буйынса эҙләнеү эштәре яҙып, бай һәм заманса йыһазландырылған лабораторийҙа тәжрибәләр үткәреп бик ҙур мәғлүмәт һәм тәжрибә туплап ҡайттыҡ. 10 көнлөк сменала яңы дуҫтар, күп белемдәр туплап өлгөрҙөк беҙ. Синыфташтарым Ҡотлоәхмәтова Эвелина, Хәсәнов Азамат, Хәмиҙуллина Нәркәс, 7-сенән Ғәзиева Айлина һәм 4-се синыфтан Ғәлиева Әлиә был сменала ҡатнаштыҡ. Төркөмөбөҙҙөң етәксеһе Шәймырҙанова Эльза Хафиз ҡыҙы ябай ғына итеп нисек дөрөҫ презентациялар эшләргә, төрлө таблицалар, һыҙмалар эшләү серҙәренә төшөндөрҙө. Сығыш яһағанда нимәгә иғтибар итергә, эҙләнеү эшенең дөрөҫ төҙөлөшөн өйрәтте.
Беҙҙең менән һәр саҡ бер тулҡында булған һәләтле, өлгөр гимназиябыҙҙың биология һәм экология уҡытыусыһы Илнур Ризат улы Мәҡсүтов беҙҙе дәртләндереп, аҡыллы кәңәштәр биреп торҙо.
Смена башында сәскән үҫентеләрем унынсы көнгә гөрләп үҫеп китте. Өйгә ҡайтҡас эҙләнеүҙе дауам итеү, һығымталар яһау көтә әле.
Бына шундай саралар менән башланып китте минең каникулым.


Лиана Йәлилова,
Ауырғазы районы, Талбазы башҡорт гимназияһының 8-се синыф уҡыусыһы

Каникул файҙалы башланды
Каникул файҙалы башланды
Каникул файҙалы башланды
Каникул файҙалы башланды
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас в