+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Июнь , 12:08

I Бөтә Рәсәй сәсәндәр конкурс-фестивале еңеүселәре

Бөрйән районында балалар һәм йәштәр араһында уҙғарылған сәсәндәр фестивале еңеүселәре иғлан ителде.

I Бөтә Рәсәй сәсәндәр конкурс-фестивале еңеүселәре
I Бөтә Рәсәй сәсәндәр конкурс-фестивале еңеүселәре

Бөрйән районында балалар һәм йәштәр араһында I Бөтә Рәсәй сәсәндәр конкурс-фестивале тамамланды. Гала-концерт Иҫке Собханғол ауылының Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда үтте. Ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова һәм Сәсәндәр үҙәге директоры Нәфисә Тулыбаева сәләмләне.

Йәштәр араһында Гран-приҙы Баймаҡ районынан Мирас Үҙәнбаев һәм Ҡырғыҙ Республикаһынан Гулжигит Кубанычбеков яуланы. Лауреаттар дипломдар, ҡиммәтле бүләктәргә, шулай уҡ фестивалдең гәүһәр менән биҙәлгән алтын символына лайыҡ булды. 5-12 йәшлек ҡатнашыусылар араһында жюри Гран-при тапшырмаҫҡа ҡарар итте.

5-12 йәшлек ҡатнашыусылар араһынан I дәрәжә дипломды һәм лауреат исемен – Дарья Топычканова (Өфө), икенсе урынды – Илмир Ҡужабаев (Бөрйән районы), өсөнсө урынды Альбина Ғәйфуллина (Мәләүез районы) алды.

Красноярск крайынан Мария Рау, Дыуан районынан Аида Йомағужина, Хәйбулла районынан Тимур Билалов махсус приздар менән бүләкләнде.

13-25 йәшлектәр араһында I дәрәжә лауреаты исемен Тойғон Гоголев (Саха-Яҡутия Республикаһы) алды.  II дәрәжә лауреаты – Гөлүзә Әхмәҙиева (Дәүләкән районы); III дәрәжә лауреаты – Велытяк Мария (Мәскәү ҡалаһы).

Ошо йәш категорияһында махсус бүләктәр Айһылыу Кәримоваға (К. Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы) һәм Миләүшә Дусыеваға (Баҡалы районы) бирелде.

Фото:Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-06-19/v-bashkirii-ob-yavili-imena-pobediteley-detskogo-i-molodezhnogo-festivalya-skaziteley-2846677

I Бөтә Рәсәй сәсәндәр конкурс-фестивале еңеүселәре
I Бөтә Рәсәй сәсәндәр конкурс-фестивале еңеүселәре
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас в