+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Август , 12:26

Еләкле йәйем!

Эх, еләкле йәйҙәрҙең Оноталмамын йәмен... Эйе, дуҫтарым, ҡайын еләкле йәйҙәр башҡа бер илдә лә юҡ! Ул тик гүзәл Башҡортостаныбыҙҙа ғына! Ҡайын еләгенең йәмен-тәмен дә, хуш еҫен дә башҡа бер еләк-емеш менән дә сағыштырғыһыҙ! Ҡайын еләге бигерәк тә олатайым-өләсәйем йәшәгән ерҙә , Асҡын районы Билгеш ауылында күп үҫә.

Еләкле йәйем!
Еләкле йәйем!
Мин көтөп алған йәйем етеү менән өләсәйемдәргә елдерәм. Иң бәхетле
каникулдар - ул олатай-өләсәй эргәһендә!
Еләк мәле башланыу менән ике туғандарым менән күнәктәр күтәреп
еләккә йүгерәбеҙ.Олатайымдарҙың баҡса артында ғына ҡайын урманы.
Ундағы еләктең күплеге! Тайып йығылырлыҡ! Үҙҙәре ҡалай эре! Эй, кем
уҙыштан, рәхәтләнеп йыябыҙ! Кемдең күнәге тиҙерәк тула! Урманда шундай
рәхәт, көндөң эҫелеге лә һиҙелмәй! Туғайҙағы аллы-гөллө сәскәләрҙән
күҙҙәр ҡамаша! Ошо гүзәллеккә һоҡланып, ваҡыт үткәне лә һиҙелмәй.
Асығып китһәк, икмәк менән еләк ашап алабыҙ. Бигерәк тә тәмле икән!
Һауыттарыбыҙҙы тултырып, мәтрүшкәләр йыйып, шатланып ҡайтып
китәбеҙ. Ҡайтҡас һөтләп, еләкләп сәй эсәбеҙ. Өләсәйем: “Ҡайын еләгенең
файҙаһын һанап бөткөһөҙ! Күп итеп ашағыҙ! Бер ҡасан да
ауырымаҫһығыҙ!”- ти. Солтан ағайым ҡайын еләген ауыл ҡаймағыны ботап
ашарға өйрәтте. Ҡала йогурттары ситтә торһон! Телеңде йоторлоҡ! Ә тағы
ла ҡайын еләгенең еләге генә түгел, уның япрағы ла файҙалы икән. Уны
киптереп, төнәтмә итеп эсергә була, сәйгә ҡушһаң да була. Әсәйем ҡайын
еләгенән ҡайнатмалар ҙа яһай, һыуытҡысҡа туңдырырға ла ҡуя, шәкәр
менән генә иҙеп тә яһай. Хатта еләген киптереп тә ҡуялар икән. Ҡыш көнө
айырыуса тәмле була. Хуш еҫе бөтә өйгә тарала, йәмле йәйҙе иҫкә төшөрә.
Шулай, дуҫтарым, ҡайын еләген йыйығыҙ, ашағыҙ, киптерегеҙ,
файҙаһын күрегеҙ! Йәйҙең бер көнөн дә бушҡа уҙғармағыҙ!
Автор:Тамерлан Зарипов
Читайте нас в