+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Август , 12:22

"Ҡош теле"

Кәрәк буласаҡ: - Он 2 стакан- Йомортҡа 3 шт- Шәкәр 1,5 аш ҡалағы- Тоҙ1/4 сәй ҡалағы- Уксус 6% 1 аш ҡалағы- Көнбағыш майы (ҡамырға) 1 аш ҡалағы- Көнбағыш майы (ҡыҙзырыу өсөн) 0,5 литр

"Ҡош теле"
"Ҡош теле"

Әҙерләү:

Йомортҡаны, шәкәрҙе, тоҙҙо, уксусты һәм майҙы ҡушып бутарға. Иләнгән ондо өҫтәп ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы ҡул менән өҫтәл өҫтөндә баҫһаң яҡшыраҡ.
Ҡулға йәбешмәгән, шыма ғына, майлы ғына ҡамыр килеп сығырға тейеш.
Ҡамырҙы таҫтамал менән ҡаплап ярты сәғәткә бүлмә температураһында ултыртып торабыҙ.
Йоҡа ғына йәймәләр йәйеп, "ҡош телдәре" киҫеп сығабыҙ.
Фигураларҙы оҙон итмәгеҙ, бешергән саҡта ныҡ ҡына ҡабаралар.
Көнбағыш майын кәструлгә һалып ҡыҙҙырабыҙ ныҡ ҡына. Ҡыҙған майға 2-3 "ҡош телен" ырғытып ике яҡлап ҡыҙҙырабыҙ.
Әҙер тәмлекәстәрҙе майҙан алып артыҡ майы һарҡығансы һалып торабыҙ. "Ҡош телдәрен" тәрилкәгә теҙеп өстөнә шәкәр пудраһы һибәбеҙ.

Автор:Файҙалы кәңәштәр
Читайте нас в