+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Август , 12:28

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана

Башҡортостанда алдағы өс көндә эҫе һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте республика синоптиктары. Башгидромет мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн республикала көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә, яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнсығыштан секундына 3-8 метр тиҙлектә. Һауа температураһы көндөҙ +28, +33 градус.

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана
Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана

10 августа яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан, көнбайышҡа күсеп талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +13, +18 градус, урыны менән +8 градусҡа тиклем. Көндөҙ +27, +32 градус. 

11 августа һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ төньяҡ райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көнсығыштан, көнбайышҡа күсеп талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +13, +18 градус, урыны менән +8 градусҡа ҡәҙәр. Көндөҙ иһә +27, +32 градус.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-08-09/v-bashkirii-sohranitsya-zharkaya-pogoda-v-blizhayshie-tri-dnya-2902188

Автор:Башинформ
Читайте нас в