

Милли кейем көнө Бөрйән районының Яуымбай мәктәбендә иҫ киткес матур үтте.
Мәктәпкә уҡыусылар ҙа, мәктәпкәсә төркөм тәрбиәләнеүселәре лә, тотош педагогик һәм техник хеҙмәткәрҙәр ҙә милли рух менән һуғарылған кейемдәрҙә килделәр.
Милли кейем көнөндә Яуымбай мәктәбенең бай экспонаттар һаҡлаған тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсия булды һәм, класс етәкселәре Хәлиҙә Мазһар ҡыҙы Назарова, Гөлназ Зиннур ҡыҙы Ғизәтуллина, Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхова, Зифа Ғәйәз ҡыҙы Ғабдулхаева, Айгөл Ғариф ҡыҙы Исмәғилевалар тарафынан уҙғарылған йәнле дәрес - сараларҙан һуң, мәктәптә, балалар баҡсаһында күмәкләп иҫтәлеккә фотоға төшөү ойошторолдо. Матурлыҡ һәм милли кейем көнө байрам сараларында Яуымбай мәктәбе етәксеһе Зилә Марат ҡыҙы Зәкирова һәм Яуымбай мәҙәниәт йорто етәксеһе Зөлфирә Вара ҡыҙы Мырҙағолова ҡатнашып, ярҙам итеп, матур сараға бәйле ҡотлау сәләмдәрен еткерҙеләр.
Һәр кем өсөн милли кейем көнө файҙалы һәм күңелле үтте.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәктер : был мәктәптә ата-әсәләрҙең һәм ата-әсәләр комитетының әүҙемлеге һоҡландыра.
Берҙәмлектә - көс!
Автор: Сәйҙә Сәйәхова
#Минеңмилликейемем
#Мойнациональныйкостюм
#Милликейемдәуҡыйым
#Учусьвнациональномкостюме
#МиллиКейемКөнө2022
#ДеньНациональногоКостюма2022
#БөрйәнрайоныЯуымбаймәктәбе
#Яуымбаймәктәбенеңмәктәпкәсәтөркөмө
#Бурзянскийрайон