

Дуҫтар, кемдәрҙә бал ҡорттары бар? Моғайын, күптәрегеҙҙә барҙыр, шулаймы? “Бал ҡорттарының серле донъяһы” хикәйәһен уҡыһағыҙ бал ҡорттарының үҙ ғүмерендә ни тиклем бай йыйғанын, ни өсөн дымды парға әйләнеүен тиҙләтеү һәм нектар тамсыларының ҡуйылығын арттырыу өсөн, бал ҡорттары вентилятор рәүешендә ҡанаттарын елпегенән белерһегеҙ.
“Башҡорт тарихы” рубрикаһында был юлы “Башҡорттоң арҙаҡлы ил ағаһы Алдар батыр Иҫәкәев” тураһында уҡырһығыҙ.
Журнал постерын йәмле йылмайыуҙары менән биҙәгән егет кем ҡыҙҙарҙы кемдәр тип һорарһығыҙ. Улар “Ҡош юлы – 2022” фестивале лауреаттары һәм ойоштороусылары. Кем белә, бәлки һиндә киләсәктә “Ҡош юлы” бард фестиваленең иң сағыу йондоҙо булырһың Алла бойорһа.
Журналдың һарысай һанында шулай уҡ “Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт, “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр бәйгеләренә ебәрелгән гәрәбәгә тиң матур әҫәрҙәр донъя күрҙе.
“Билдәле шәхестәрҙең бала сағы” рубрикаһында был юлы Лилиә Исҡужина менән танышабыҙ. Космонавт булырға хыялланған ҡыҙ ни өсөн Өфөгә килеүе тураһында беҙҙең журналда уҡырһығыҙ.
Дуҫтар, ошо урында күҙәтеүҙе тамамлап торабыҙ. “Аманат”ҡа 2023 йылдың беренсе яртыһына яҙылыу кампанияһы бара, шуның турала онотманығыҙмы? Журналға яҙылдығыҙмы?
Ғәҙәттә, ярты йыллыҡҡа яҙылыусы икенсеһенә яҙылырға онота ла ҡуя. Шуға күрә, бер юлы тулы бер йылға яҙылып ҡуйыу отошлораҡ та, арзаныраҡ та булыр ине.
Шулай уҡ, кемдәр журналға яҙылып, купон һәм квитанцияларын беҙгә ебәрә – шуларҙы ҡиммәтле бүләктәр: велосипед һәм “Аманат”тың стена сәғәттәре көтә!
Шулай уҡ “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!”, “Бөтөн мәктәп менән – “Аманат”ҡа!” конкурстары ла уҡыу йылы менән бергә башланды.
Шарттары элеккесә: бөтөн уҡыусылары ла яҙылған мәктәпкә “Аманат”тың стена сәғәте тапшырыласаҡ һәм ул мәктәп хаҡында журналда мәҡәлә баҫыласаҡ. Синыфҡа етәксеһенең исеме яҙылған Маҡтау билдәһе, ә етәксенең үҙенә “Аманат”тың Рәхмәт кәлимәһе ебәреләсәк. Әйткәндәй, улар уҡытыусыларға категорияларын күтәреүгә бик ныҡ ярҙам итә.
“Аманат”лы булайыҡ!