+6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Сентябрь , 16:04

Башҡортлоҡ

Мине дарға аҫып ҡуйһалар ҙа,Шыбырлар бит күкһел иренем:“Мин бары тик бер тамсыһы ғынаҠанһыраған башҡорт еренең!”

Башҡортлоҡ
Башҡортлоҡ
Мин бары тик бер тамсыһы ғына,
Әммә көсөм таштар ярырлыҡ.
Ата-бабам рухын ҡалҡан итеп,
Ҡөҙрәтем бар алға барырлыҡ.
Эйе, мин гел алға барасаҡмын,
Башҡортлоғом – ҡанат иңемдә.
Таң ҡалырлыҡ эштәр эшләйһем бар
Башҡортостан тигән илемдә.
Батырҙарҙың ҡаны урғый миндә,
Рухың миндә йәшәй, Салауат!
Хатта дарға аҫып ҡуйһалар ҙа,
Терелермен шуға мең ҡабат.
Сал тарихым менән көслөмөн мин,
Һынмаҫ рухым менән теремен.
Мин бары тик бер тамсыһы ғына
Йәйрәп ятҡан башҡорт еренең!
Зөлфиә Ханнанова.
Автор:Зөлфиә ХАННАНОВА
Читайте нас в