+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Сентябрь , 11:45

“Атайсал. Беҙҙекеләр” конкурсы башлана

Ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында йәнтөйәккә ярҙам итеү идеяһын үҫтереүгә йүнәлтелгән “Атайсал. Беҙҙекеләр. Знай наших!” медиа-конкурсы башлана.  Ул башҡорт телен ҡулланыу даирәһен киңәйтеүгә, “Атайсал” проекты меценаттары менән таныштырыуға, балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең медиа һәләтен асыҡлауға, ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Конкурста 8-15 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнаша ала.  Эштәр 12 ноябргә тиклем ҡабул иттелә.

“Атайсал. Беҙҙекеләр” конкурсы башлана
“Атайсал. Беҙҙекеләр” конкурсы башлана

Эштәрҙе үҙаллы һәм команда менән башҡарырға мөмкин. Балалар тыуған яғына ҡайтып, изге эш башҡарған өлкәндәр, үҙҙәре өсөн йәнтөйәгенең ҡиммәттәре тураһында контент әҙерләй. Медиа-конкурстың номинациялары: интервью, видеосюжет, социаль ролик, фоторепортаж.  

Конкурстың финалы Өфөлә уҙғарыла. Унда төп исемлеккә ингән йәш авторҙар саҡырыла. Фестиваль рәүешендә уҙғарылған йомғаҡлау сараһында оҫталыҡ дәрестәре, герой-меценаттар менән осрашыуҙар, бүләкләү тантанаһы үткәрелә. Проектты Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамы менән “Бишек” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы ҡатнашлығында тормошҡа ашыра.

“Атайсал. Беҙҙекеләр. Знай наших!” медиа-проекты балалар өсөн башҡорт ерендә тыуған тарихи  шәхестәр тураһында анимациялы документаль цикл һәм билдәле меценаттар хаҡында видеофильмдар  төшөрөүҙе күҙ уңында тота.

Конкурс тураһында ентеклерәк мәғлүмәт алыу өсөн һылтанма: https://vk.com/wall-48589305_8130.

сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-09-15/ataysal-be-ekel-r-znay-nashih-media-konkursy-bashlana-2951258

Автор:Лилия Давлетбакова

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас в