Башҡортостан-тыуған ерем.
Башҡортостан-тыуған ерем,
Минең ғорур төйәгем.
Ғәзиз ерҙә тыуғанмын мин,
Ғәзиз ерҙә үҫәмен.
Башҡортостан-йәшел үлән,
Ҡуйы матур урмандар
Таҙа күлдәр, быуа, йылға
Үҫкән емеш-еләктәр.
Башҡортостан-татыу халыҡ,
Берҙәм беҙҙең кешеләр.
Башҡортостан-ғәзиз төйәк,
Бында беҙҙең киләсәк.
Ғәлиуллин Ислам,
Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт
гимназияһының IV синыф уҡыусыһы
Көҙ килде.
Көҙ килде,
Алтын төҫ килде.
Уңышты беҙ тиҙ йыйҙыҡ,
Йылы итеп кейендек.
Һатлыҡов Самат,
Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт
гимназияһының IV синыф уҡыусыһы
Башҡортостан
Тыуған ерем -Башҡортостан
Йырлайым һиңә дан!
Мәңгелек тарихлы Ватан,
Һиңә һәйкәл ҡоям таштан!
Һатлыҡов Самат,
Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт
гимназияһының IV синыф уҡыусыһы
Көҙ
Алтын көҙ килде,
Бүләктәрен өләште.
Тауҙар, урмандар, ҡырҙар
Төрлө төҫкә кейенде.
Заһитов Алик,
Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт
гимназияһының IV синыф уҡыусыһы
Башҡортостан
Башҡортостан- тыуған ерем,
Ғүмер иткән илгенәм.
Шифалы һыу,саф һауа,
Тик тыуған ерҙә генә.
Әлимбәков Данил,
Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт
гимназияһының IV синыф уҡыусыһы
Башҡортостан
Ауырғазы -тыуған ерем,
Башҡортостан-тыуған илкәйем.
Татлы уның эскән һыуы,
Бормалы бит уны юлы.
Назаров Айтуған,
Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт
гимназияһының IV синыф уҡыусыһы