

“Арыҫлан Шафиҡов кеүек үҫмерҙәрҙән ысын ир-егеттәр үҫеп сыға. Ул Күгәрсен районының Мораҡ ауылында йәшәй. 14 мартта янғын ваҡытында оло йәштәге ике күршеһенең ғүмерен һаҡлап ҡалған. Ҡурҡмаған, ҡасмаған. Уларға тәҙрә аша сығырға ярҙам иткән һәм янғын һүндереүселәрҙе саҡыртҡан.”