

"Ҙур тәнәфес" "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" Президент платформаһына инә һәм Рәсәй Федерацияһы Мәғариф Министрлығы ярҙамында үткәрелә. Конкурстың финалында төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, республикабыҙҙың һәләтле, идеяларға бай уҡыусылары һынатманы. Уларҙың 33-ө еңеүселәр исемлегенә инде.
Барлығы 300 XI синыф уҡыусыһы 1 миллион һум аҡса менән бүләкләнде, уҡырға ингәндә. уларҙың портфолиоһына балдар өҫтәләсәк. Ә 300 IX-X синыф уҡыусыһына - 200 мең һум тапшырылды.
Рәсәй Федерацияһының мәғариф министры Сергей Кравцов илебеҙҙә "Ҙур үҙгәрештәр" бөтә этаптары йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы 30 мәктәбен иғлан итте. Иң яҡшы мәктәптәр иҫәбенә Ишембай районының Ишембай ҡалаһының 12-се лицейы инде, ул 2 миллион һум грант аласаҡ.