+8 °С
Облачно
Яңылыҡтар
28 Ноября 2022, 06:31

Баймаҡ лицей-интернатында һәм Күсей мәктәбендә “Игебай мәктәбе” балалар ижады клубы ойошторған конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡан уҡыусылар менән осрашыуҙар

Баймаҡ лицей-интернатында һәм Күсей мәктәбендә “Игебай мәктәбе” балалар ижады клубы ойошторған конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡан уҡыусылар менән осрашыуҙар үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Юлай аманаты” китабының исем туйы, мәҡәләләр конкурсының йомғаҡлау сараһы үтте“Юлай аманаты” китабының исем туйы, мәҡәләләр конкурсының йомғаҡлау сараһы үтте
“Юлай аманаты” китабының исем туйы, мәҡәләләр конкурсының йомғаҡлау сараһы үтте

Баймаҡ лицей-интернатында һәм Күсей мәктәбендә “Игебай мәктәбе” балалар ижады клубы ойошторған конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡан уҡыусылар менән осрашыуҙар үтте. Тәүгеһендә Юлиә Шәкирова, Нургизә Ғибәҙуллина, Илсиә Нурғәлина, Камила Солтанова, ә икенсеһендә Асия Игебаева, Зилиә Сафина, Наҙгөл Зәйнуллина үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Клуб етәксеһе Айгөл Иҙелбаева “Лукоморье” әкиәттәр һәм Юлай Мәҡсүтов исемендәге мәҡәләләр конкурсының һөҙөмтәләре булып сыҡҡан “Бала саҡ әкиәттәре”, “Әкиәттәр һандығы”, “Юлай аманаты” китаптары менән таныштырҙы. Әйткәндәй, “Юлай аманаты”нда был мәктәптәрҙең уҡыусылары ижады ингән.

“Игебай мәктәбе” клубы ағзаларының Әсәйҙәр көнөнә арналған ижад емештәре

ӘСӘЙ – ҠОЯШ, ӘСӘЙ – БӘХЕТ!
“Ер шарында иң ҡәҙерле
Кем?” - тиеп һорамағыҙ.
Бындай һорау биреүсене
Ахмаҡ тиеп һанағыҙ.

Иң ҡәҙерле, иң наҙлыһы -
Тик әсәй генә булыр.
Бар нәмәгә ҡул йылыһы
Уның ҡағылған булыр.

Ҡышҡылыҡҡа матур итеп
Бейәләп бәйләп бирер,
Һәр күҙенә бейәләйҙең
Күҙ нурҙары һибелер.

Сәскәләр менән нағышлап
Яулыҡ, ҡулъяулыҡ сигер.
Ҡыҙ балама тиеп ҡашмау
Мәрйенләп эшләп бирер.

Уның ҡулы йомшаҡ булһа,
Һүҙҙәре тағы наҙлы.
Иртән һөйөп ул уятһа,
Ҡояш йылмайыр тағы.

Әсәй - ҡояш, әсәй - бәхет,
Шунан башҡа ни кәрәк?
Уның янда беҙгә рәхәт,
Беҙ шуға бәхетлерәк!
Әҙилә Мырҙағәлина, Баймаҡ 4-се лицейының 8-се класс уҡыусыһы (етәксеһе Ләйлә Иҫәнбаева-Мырҙағәлина).

ТЕРӘК БУЛАСАҠМЫН!
Минең әсәй бер генә,
Һәр ваҡыт ул янымда.
Көн булһа ла, төн булһа ла
Ашыға ул ярҙамға.

Иртә тимәй, кис тимәй
Беҙгә ваҡытын бүлә,
Беҙ әсәйҙе яратҡанды
Әйтмәһәк тә гел белә.

Ата-әсәле булғанға
Рәхмәтлебеҙ Хоҙайға.
Тормош ауыр тимәйбеҙ
Етәү бергә булғанда!

Ҡанаттарым нығынғас,
Минең дә бар бер теләк -
Бар көсөмә ата-әсәйгә
Буласаҡмын мин терәк!
Динә Вәхитова, Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбе уҡыусыһы.
Етәксеһе - Гөлнәзирә Кәримова.

ДОҒА КЕҮЕК ҠАБАТЛАЙЫМ

Әсәкәйем, әсәйем!
Шундай яғымлы һүҙҙәр.
Һағынған саҡтарымда
Дымланып китә күҙҙәр.


Ике ҡыҙым - ҡошсоғом тип
Һөйөп баға күҙҙәрең.
Әйтеп бөтөрөрлек түгел
Һиңә рәхмәт һүҙҙәрен.

Әсәкәйем, әсәйем,
Мәңге йәшә донъяла!
Был һүҙҙәрҙе доға кеүек
Ҡабатлайҙыр һәр бала.

Ҡулдарыңдың йылыһын
Мин тоям иңдәремдә.
Ҡыҙыллыҡ килтермәҫмен
Мин һинең йөҙҙәреңә.

Әсәкәйем, әсәйем,
Һин минең берҙән-берем.
Оло байрамың менән
Ҡотлайым һине бөгөн!

Ильвина Ғазина, Баймаҡ лицей-интернатының 9-сы класс уҡыусыһы.
Етәксеһе - Мерәҫ ауыл китапханасыһы Рафиға Ғазина.


Муллаҡай мәктәбе уҡыусыларының ижади эштәре
Етәкселәре - Ишемова Рәсимә Мәжит ҡыҙы

ӘСӘЙЕМ
Әсәйҙән дә ҡәҙерлерәк
Юҡтыр донъяла кеше!
Һәр ваҡыт ул беҙҙе ҡарай,
Ғүмерлек бөтмәҫ эше.

Яңы эштәргә тотонһаҡ,
Бирә беҙгә ышаныс.
Ауырлыҡтар килһә әгәр
Була беҙгә таяныс.

Беләйек әсә ҡәҙерен -
Әсәй була тик берәү.
Уларҙы беҙ яратайыҡ,
Үҫкәс булайыҡ терәү!
Латыпова Алтынай, 10-сы класс уҡыусыһы

ИҢ КӘРӘК КЕШЕ
Донъябыҙ йәшәй
Әсәй булғанға.
Күңелле өйҙә,
Әсәй булғанда.

Әсәй тауышы
Йырҙан моңлораҡ.
Әсәй ризығы
Күпкә тәмлерәк.

Әсәй өйрәтә
Нисек йәшәргә.
Иң кәрәк кеше
Минең ғүмерҙә.

Әсәй бер генә,
Балам тип йәшәй.
Мәңге йәшә һин,
Яратҡан әсәй!
Ғаяз Уразгильдин, 6-сы класс уҡыусыһы.

ИҢ ЯҠЫН КЕШЕ
Әсәй - иң яҡшы кеше,
Кәңәштәрен гел бирә.
Балам тиеп кенә тора,
Уның ҡәҙерен беләм.

Әсә бик һиҙгер бит ул,
Ярҙам итер ул гелән.
Әсә күңеле диңгеҙҙәй киң,
Хөрмәтләй генә белһәң.

Әсәй булһа доньяла,
Өйҙә була яҡтыраҡ.
Әсәләр булғанға күрә
Донъябыҙ ҙә йәмлерәк.
Гүзәлиә Хәйбуллина, 9-сы класс уҡыусыһы.

Күсей мәктәбенең башланғыс кластар уҡыусыларының ижади эштәре Етәксеһе - Зәйнуллина Вәсилә Зәбир ҡыҙы

ӘСӘЙЕМ
Әсәй, әсәйем, әсәкәйем!
Һәр көн һиңә һаулыҡ юрайым.
Көн дә әсәйем йылыһынан
Айырмаһын мине Хоҙайым!

“Балаларым көс-дәрт бирә”, -
Тигән йырлы, яҡты һүҙҙәрен
Көн дә килә ишетәһем,
Ҡосаҡлаһа – тоям йөрәген!

Ошо ергә тыуҙырғаның өсөн
Рәхмәт, әсәй, рәхмәт Хоҙайға.
Йәшәүемә йәм өҫтәүсе кешем -
Барһың әле, әсәй, алай ҙа!
Асия Игебаева.


ӘСӘЙЕМӘ
Әсәйемде бик яратам,
Эшкә китһә, һағынам.
Китмәһен тип тағы ла,
Ҡайтһа уға һыйынам.

Әсәй өйҙә булған саҡта
Бөтәбеҙгә күңелле.
Яҡты нурлы, йылы ҡояш
Көлөп торған шикелле.
Зилиә Сафина.

БАЙРАМ МЕНӘН ҠОТЛАЙЫМ!
Әсәйемде яратам,
Уға ярҙам итәмен.
Нимә эшләргә ҡушһа ла
Тиҙ арала бөтәмен:

Ҡустыларҙы көтөшәм,
Һауыт-һаба йыуышам.
Әсәйемде һаҡлайым,
Байрам менән ҡотлайым!
Лиана Игебаева.

ӘСӘЙЕМ
Әсәйем янымда булғанда көндәр йәмле, өйҙәр йылы, аштар тәмле, миңә күңелле. Күңелем төшһә, мине йыуата, мин шатланһам әсәйем дә ҡыуана. «Әсәй» тигән һүҙҙә күпме сафлыҡ, йылылыҡ, ғорурлыҡ бар! Әсәйҙең янда булыу ниндәй бәхет, ҡәҙерҙәрен генә беләйек!
Денис Әхмәтов.

ОНОТМАМ!
Әсәкәйем, рәхмәт әйтәм
Мине үҫтергән өсөн.
Онотмаҫмын, гел иҫләрмен
Миңә һалынған көсөң!
Айгөл Фәйзуллина.

ӘСӘЙЕМ
Минең өсөн иң ҡәҙерле кеше - ул әсәйем. Мин уны бик ныҡ яратам. Ул миңә һәр ваҡыт ярҙам итә һәм файҙалы кәңәштәрен бирә. Минең әсәйемдең исеме Лилиә. Ул сәскә исемен аңлата. Шуға ла ҡәҙерлшем бик йомшаҡ, изге күңелле. Әсәйем матур итеп тасуири шиғыр һөйләргә ярата. Мин беләм, ул мине бик ярата. Мин яҡшы билдәләр алһам, гел мине маҡтай дәртләндерә, ҡанатландыра, уҡыуыма дәрт өҫтәй. Минең әсәйем - иң яҡшы кеше.
Асия Игебаева.

МӘҢГЕ ЙӘШӘ!
Яратам әсәйемде -
Уның менән өй йәмле.
Әсәйем йылмая, көлә,
аштары ла бик тәмле.

Ипләп кенә өндәшә,
Шундай ипле һөйләшә.
Эй ғәзизем, бергенәм,
Мәңге генә һин йәшә!
Зөлхизә Абдуллина.


МОЯ МАМА
Мама - это самое светлое, сладкое, теплое и главное, что может быть в нашей жизни. Моя мама особенная для меня. Она идеальная. Настоящий пример для подражания во всех смыслах этого слова. Мы - дети - до конца нашей жизни в огромном долгу перед мамой.
Если оглянуться и посчитать что и сколько она дала нам в этой жизни, то до глубокой старости не посчитать. Хватит и того, что она нам жизнь подарила.
Мама - это жизнь,
Мама - это свет,
Мама - это нежность и любовь
В сердце моем!
Мама как храм святой,
И днем, и ночью
У бога своей мольбой!
Счастья и радости просит
Для нас с тобой!
Моя мама очень красивая, добрая, строгая, но справедливая. Она еще и мудрая. Мне очень нравится слушать как она учит нас всему. Она очень много знает. Мне очень весело и интересно с ней. Когда она куда-то уезжает, я очень сильно скучаю по ней. Дома холодно, пусто и темно без нее. Моя мама незаменимая! Мама, я с гордостью произношу твое имя и горда тем, что я твоя дочь! Если мне дадут второй шанс родиться, то я помолю Бога, чтобы опять я была твоей дочкой.
Мама - моя любимая, моя подруга, я очень-очень тебя люблю, ты моя жизнь, ты мое все, ты моя мама!
Лиана Мкртчян.

“Юлай аманаты” китабының исем туйы, мәҡәләләр конкурсының йомғаҡлау сараһы үтте
“Юлай аманаты” китабының исем туйы, мәҡәләләр конкурсының йомғаҡлау сараһы үтте
“Юлай аманаты” китабының исем туйы, мәҡәләләр конкурсының йомғаҡлау сараһы үтте
“Юлай аманаты” китабының исем туйы, мәҡәләләр конкурсының йомғаҡлау сараһы үтте
“Юлай аманаты” китабының исем туйы, мәҡәләләр конкурсының йомғаҡлау сараһы үтте
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас