+8 °С
Облачно
Яңылыҡтар
1 Декабря 2022, 07:30

Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!

2023 йылдың тәүге ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыуҙың иң ҡыҙған мәле. “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто үҙ ҡарамағындағы гәзит-журналдарға яҙылған тоғро уҡыусыларына ҡиммәтле бүләктәр тәҡдим итә. Бик күптәр яҙылып өлгөрҙө һәм отошта ҡатнашырға теләк белдерҙе.“Аманат”та  һәм башҡа баҫмаларға яҙылырға онотманығыҙмы? Ашығығыҙ! Һеҙҙе бүләктәр көтә!

Добавить в предпочтительные источники Google
Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!
Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!
Отошта ҡатнашыу өсөн нимә эшләргә? Быны эшләү бик ябай:
 
http://www.rbsmi.ruсайтында “Матбуғатҡа яҙылыу” https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ бүлегенә инеп, баҫмаларҙың исемлеге менән танышығыҙ;
2023 йылдың беренсе яртыһына ике гәзит-журналға йәки тотош йылға  яҙылған кеше ҡатнаша ала. Ҡабатлайбыҙ. Отошта “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы ҡарамағындағы баҫмаларға яҙылыусылар ғына ҡатнаша ала.
Һеҙ матбуғатҡа яҙылыу буйынса ошо талаптарҙы үтәгәндән һуң, 2023 йылдың 15 ғинуарына тиклем исем-фамилияғыҙ, телефонығыҙҙы яҙып, адресығыҙҙы күрһәтеп, квитанция күсермәһен түбәндәге адресҡа ебәрегеҙ: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто. Квитанциялар күсермәһе электрон адресҡа ла ҡабул ителә: podpiska@rbsmi.ru. Тик “Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от” (“Подпишись и выиграй”) тигән тамға ҡуйырға онотмағыҙ.
Ашығығыҙ! Почта бүлексәләрендә һеҙҙе көтәләр! Матбуғатҡа яҙылыу ошо йылдың 20 декабренә тиклем дауам итәсәк. Ә электрон варианттағы гәзит-журналдарға 31 декабргә тиклем яҙылырға мөмкин. Бүләктәр тос, улар һеҙҙе көтә!
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас