+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ғинуар 2023, 10:26

Иғтибар! “Ҡоштарға – тағараҡтар!” конкурсы!

Шулай итеп ҡәҙерле дуҫтар кем дә кем ошо бәләкәй генә ҡанатлы дуҫтарға ярҙам итергә теләй конкурс шарттарын уҡып сыҡ: Уҡыусыларыбыҙ үҙҙәре йә булмаһа ата-әсәләре ярҙамында ҡағыҙҙан, пластик һауыттарҙан, ағас киҫәктәренән тағараҡтар эшләп ҡоштар өсөн был үҙенсәлеке “ашхана”ға төрлө ем һалып, кемдер - үҙ йорто алдына, кемдәрҙер мәктәп алдындағы ағастарға элеп беҙгә үҙегеҙ менән төшкән фотоғоҙҙо һәм бәләкәй генә мәҡәлә яҙып ҡына ебәрергә кәрәк. Иң матур фотолар “Аманат” журналының биттәрендә баҫылып сығып Рәхмәт кәлимәһе менән бүләкләнәсәк!

Иғтибар! “Ҡоштарға – тағараҡтар!” конкурсы!
Иғтибар! “Ҡоштарға – тағараҡтар!” конкурсы!

Йыл һайын “Аманат” журналы ҡоштарҙы ҡышҡы һыуыҡта һаҡлау өсөн “Тағараҡ” конкурсы үткәрә. Тышта ла шул тиклем һы-ы-ы-у-уыҡ, өшө-ө-ө-тә. Ә беҙҙең бәләкәй ҡанатлы дуҫтарыбыҙ ошо ҡышҡы бурандарҙа ем таба алмай ыҙалап йөрөй. Ҡоштарға ҡышты сығыуы бик ауыр. Уларға һыуыҡ түгел, ә ас булыу ҡырҡыныс. Ҡар-бурандар аҙыҡ табыуҙы ауырлаштыра. Ҡоштар ҡыҫҡа көндә тамаҡтарын туйҙырып өлгөрмәй. Һыуыҡ төндә ас, көсһөҙләнгән ҡоштар тиҙ туңып үлә йәки башҡа йыртҡыстарҙың аҙығына әүерелә. Был ваҡытта уларға ҡайҙан аҙыҡ табырға һуң? Ҡайһы бер ҡоштар ағас ҡайырында ҡуңыҙ һәм үрмәкселәрҙе эҙләй, икенселәре баҫыуҙа ҡар аҫтынан ерҙе соҡоп булыша, өсөнсөләре ҡыуаҡлыҡтарҙа һәм ағастарҙа аҙыҡ эҙләй. Сөнки уларҙың күбеһендә емеш-еләктәр һәм орлоҡтар ҡала.

Кешеләр ҙә ҡоштарҙы ҡарарға тырыша. Шуға күрә күпселек ҡышлаусы ҡоштар кеше йәшәгән ергә яҡыныраҡ һыйынырға тырыша. Йөндәрен ҡабартып өй кәрниздәрендә турғайҙар теҙелеп ултыра, ҡыҙылтүш, ҡарабаш, һары турғайҙар ҙа өйҙәргә яҡыныраҡ килергә тырыша. Сөнки башҡаса уларҙың сараһы юҡ.

Кешеләр күптән инде ҡоштарға нисек ҡышын ярҙам итергә кәрәклеген уйлап тапҡан. «Ҡоштарға – тағараҡтар” элеп уларға ем һала, ашата. Ҡоштар рәхмәтле була белә. Әгәр һыуыҡтарҙа баҡсаңа тағараҡ ҡуйып, ҡоштарҙы ашатһаң, йәйен улар һеҙгә изгелек күрһәтәсәк. Туҡ ҡошҡа һыуыҡ көндәр ҡырҡыныс түгел. Яҡшы аҙыҡ эстән йылыта. Тағараҡта тамаҡ ялғап алған ҡош ағастарҙа һәм ҡыуаҡлыҡтарҙа үҙенә тәбиғи аҙыҡ эҙләй башлаясаҡ.

Шулай итеп ҡәҙерле дуҫтар кем дә кем ошо бәләкәй генә ҡанатлы дуҫтарға ярҙам итергә теләй конкурс шарттарын уҡып сыҡ: Уҡыусыларыбыҙ үҙҙәре йә булмаһа ата-әсәләре ярҙамында ҡағыҙҙан, пластик һауыттарҙан, ағас киҫәктәренән тағараҡтар эшләп ҡоштар өсөн был үҙенсәлеке “ашхана”ға төрлө ем һалып, кемдер - үҙ йорто алдына, кемдәрҙер мәктәп алдындағы ағастарға элеп беҙгә үҙегеҙ менән төшкән фотоғоҙҙо һәм бәләкәй генә мәҡәлә яҙып ҡына ебәрергә кәрәк.

Иң матур фотолар “Аманат” журналының биттәрендә баҫылып сығып Рәхмәт кәлимәһе менән бүләкләнәсәк!

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: