+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ғинуар 2023, 08:19

Башҡортостанда уҡытыусыларҙың «Ауыл тренеры» программаһында ҡатнашыу мөмкинлеге бар

2023 йылда Башҡортостанда ауыл тренерҙарына түләүҙәр 1 миллион һумға еткерелә.

Башҡортостанда уҡытыусыларҙың «Ауыл тренеры» программаһында ҡатнашыу мөмкинлеге бар
Башҡортостанда уҡытыусыларҙың «Ауыл тренеры» программаһында ҡатнашыу мөмкинлеге бар

Башҡортостанда «Ауыл тренеры» программаһы буйынса бер тапҡыр бирелә торған компенсация нормалары тураһында ҡарарға үҙгәрештәр индерелде. Республика хөкүмәтенең тейешле ҡарары рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Үҙгәрештәр башлыса «тренер» һүҙен «тренер-уҡытыусы»ға алмаштырыуға ҡағыла. Тимәк, хәҙер тренер ғына түгел, белем биреү учреждениеһында эшләгән педагогик хеҙмәткәр ҙә ошо түләүҙе алырға хоҡуҡлы.

2023 йылда Башҡортостанда ауыл тренерҙарына түләүҙәр 1 миллион һумға еткерелә, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» агентлығы. Республика хөкүмәте муниципалитеттарға төбәк ҡаҙнаһынан финанс бүлеү тәртибенә тейешле үҙгәрештәр индерҙе. Документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров физкультура һәм спорт буйынса республика советы ултырышында тағы бер тапҡыр ошо хаҡта иҫкә төшөрҙө.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-01-26/v-bashkirii-pedagogicheskie-rabotniki-smogut-prinyat-uchastie-v-programme-selskiy-trener-3120115

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков
Фото:Арсен Әхмәтов
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: