+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Февраль 2023, 08:47

Быйыл «Ағиҙел» журналына 100 йыл тула

«Ағиҙел» журналына быйыл 100 йыл тула. Үҙенең ижади юлын ул бер быуат элек «Яңы юл» исеме менән башлай. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың матбуғат хеҙмәте баҫманың тарихы менән таныштырҙы.

Быйыл «Ағиҙел» журналына 100 йыл тула
Быйыл «Ағиҙел» журналына 100 йыл тула

«Ағиҙел» журналына быйыл 100 йыл тула. Үҙенең ижади юлын ул бер быуат элек «Яңы юл» исеме менән башлай. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың матбуғат хеҙмәте баҫманың тарихы менән таныштырҙы.

1923 йылдың март айында Өфө ҡалаһында «Яңы юл» журналының тәүге һаны донья күрә. Тәүҙә «Сәйәси-ғилми, әҙәби-ижтимағи айлыҡ журнал», 1924 йылдан – «Сәйәси-әҙәби, ғилми, ижтимағи, иҡтисади һәм профессиональный айлыҡ журнал», «Автономиялы Башҡорт социал Советтар йәмһүриәте, мәркәз башҡарма комитеты, халыҡ комиссарҙары шураһы һәм Башпровсоветтың нәшере». Журнал ҙур форматта, тәүге һаны 48 битле булып cығa. Тиражы 1000 дана. Яҙылыу хаҡы: айырым һаны – 8 һум, ике айға – 15 һум, ярты йылға – 45 һум. 1924 йылда яҙылыу хаҡы тураһында ошондай мәғлүмәт бирелә: «Журнал хаҡы алтын менән. Айырым номерҙары 45 тин, йыллыҡ 5 һум 40 тин, алты айға 2 һум 70 тин».

Журналдың мөхәррирҙәре айырым күрһәтелмәй, «һәйәте тәхририә» (редколлегия) тип билдәләнһә лә, редакцияла Әхмәдулла Бейешев, Дауыт Юлтый, Хәбибулла Ғәбитов, ә 9-сы һанынан алып Ғөбәй Дәүләтшин, Әхмәт Хәбибиҙәр эшләй.

Даими авторҙары: Хәбибулла Ғәбитов, Әхмәҙулла Бейешев, Муллаян Халиҡов, Мәжит Ғафури, Ғәзим Ҡасимов, Нуриәғзәм Таһиров, Дауыт Юлтый, Фазыл Туйкин, Ғ.Ғүмәров, Сәғит Мирасов, Булат Ишемғолов, Сәйфи Ҡудаш, Зариф Бәшири.

Төп рубрикалары: «Рәсми бүлек», «Тарихи материалдар бүлеге», «Әҙәбиәт бүлеге», «Фән һәм техника яңылыҡтары», «Ваҡ-төйәктәр» һәм башҡалар.

1921 йылдың июлендә Икенсе Бөтөн Башҡортостан съезында, башҡорт теле рәсми тел тип ҡаралып, барлыҡ уҡыу йорттарында өйрәнеүҙе индерергә ҡарар сығарыла. 1922 йылдың сентябрендә партияның VI Башҡортостан өлкә конференцияһы «Әсә телендә матбуғатты, мәктәптәрҙе, театрҙы, клуб эштәрен һәм ғөмүми культура-ағартыу учреждениеларын киңәйтеү тураһында» ҡарары иһә мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылышлы эштәргә тағы ла көслө этәргес бирә.

 «Башҡорт шиүәһендә дәреслектәр әҙерләү» тигән иғлан ошо юҫыҡтағы эштәрҙең береһе: «Алдағы йылдар өсөн башҡорт балаларына саф башҡорт телендә уҡыу китаптары әҙерләү өсөн 23-сө октябрҙа Ғилми мәркәз рәйесе иптәш Дәүләтшин рәйесендә ғилми мәркәз, ғилми ойошма ағзаларының йыйылышы үтте. Йыйылышҡа Дәүләтшин иптәштең башҡорт балаларына башҡортса дәрес китаптары кәрәклеге, был башҡорттарҙың күптәнге теләге икәнен, быны хөкүмәт һәм мәғариф комисариаты тейеш тапҡанлығы, шуны «Башкитап» үҙ хеҙмәте менән нәшер итәсәге хаҡындағы докладын тыңлағандан һуң йыйылыш башҡортса уҡыу китаптарының кәрәклегенә бер ауыҙҙан ҡарар бирҙе».

Шулай итеп, ваҡыттар ни тиклем ауыр булыуға ҡарамаҫтан, зыялылар балаларҙы туған телдә уҡытыу, уларҙы уҡыу әсбаптары менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәстәрләгән.

«Яңы юл» журналы менән башҡорт яҙыусылары, ғалимдары һәм журналистары әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Ун бер һаны сыҡҡандан һуң, 1924 йылда март айында «Яңы юл» нәшер ителеүҙән туҡтала. Артабан эстафета «Белем» журналына тапшырыла. 

«Яңы юл» журналы Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк осрай торған баҫмалар бүлеге фондында һаҡлана.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-02-02/v-ufe-pokazali-redkie-ekzemplyary-stareyshego-v-bashkirii-zhurnala-3128043

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: