

Өсөнсө йыл рәттән тормошҡа ашырылған программа быйыл да дауам итәсәк.
"Пушкин картаһы"на быйыл дәүләт тарафынан 5 мең һум аҡса һалынды. Ул 14-тән 22 йәш арауығындағы һәр йәш кешегә бирелә. Картаны алыр өсөн ата-әсәләрҙең ярҙамы кәрәк, ләкин йәш кеше уны үҙ исеменә генә теркәй һәм үҙенең иҫәп яҙмаһы менән ҡуллана ала. Карта йәш кешегә мәҙәни сараларға бушлай йөрөү өсөн бирелә. Әйбер һатып алып булмай. Шулай уҡ икенсе кешегә лә аҡсаны күсерә алмай.
Картаны Башҡортостанда ғына түгел, ә бөтөн Рәсәй буйлап сәйәхәттә йөрөгәндә ҡулланырға мөмкин. Театраҙарға, музейҙарға, концерттарға, күргәҙмәләргә йәки теләгән сараға барырға була.
Шулай уҡ карта менән ватан фильмдарына билет алып була. 2 мең һумын Рәсәй нәфис фильмдарын ҡарауға тотонорға була.
Пушкин картаһы программаһының хеҙмәтләндереү үҙәге телефоны 8-800-100-06-45