+10 °С
Ясно
Яңылыҡтар
20 Марта 2023, 06:43

Радий Хәбировтың стикерҙар йыйылмаһы

Карикатурасы Камил Буҙыҡаев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тыуған көнөнә стикерҙар йыйылмаһы бүләк итте

Добавить в предпочтительные источники Google
Радий Хәбировтың стикерҙар йыйылмаһыРадий Хәбировтың стикерҙар йыйылмаһы
Радий Хәбировтың стикерҙар йыйылмаһы

Билдәле карикатурасы Камил Буҙыҡаев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа популяр мессенджерҙар өсөн стикерҙар йыйылмаһын бүләк итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 20 мартта республика етәксеһе Радий Хәбиров тыуған көнөн билдәләй, уға 59 йәш тулды.

« Хәбиров — һүрәттәремдең яратҡан геройы булыуын һәм минең иң яҡшы килеп сығыуын бер ҡасан да йәшермәнем. Тыуған көнгә ниндәй бүләк иң яҡшыһы? Әлбиттә, үҙ ҡулың менән эшләгән әйбер. Бына мин һүрәттәр төшөрҙөм. Ул республика халҡының да күңеленә хуш килер тип ышанам», — ти Камил Буҙыҡаев.

Башҡортостан Башлығы төшөрөлгән стикерпактар коллекцияһын Telegram-каналда ҡулланыу өсөн бына ошо һылтанма, ә WhatsApp өсөн бында алырға мөмкин (ҡуйыу өсөн бушлай ҡушымта күсереп алырға кәрәк).

Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты тыуған көнө менән тәүгеләрҙән булып уның хакимиәте етәксеһе Максим Забелин ҡотланы, тип хәбәр итте «Башинформ».

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-20/karikaturist-kamil-buzykaev-podaril-glave-bashkirii-radiyu-habirovu-na-den-rozhdeniya-nabor-stikerov-3183288

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков

Радий Фәрит улын "Аманат" журналы редакцияһы тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлай!

Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен,
Шатлыҡтарҙың теләйбеҙ иң ҙурын.
Бәхеттәрҙең теләйбеҙ,ҡояш кеүек,
Мәңге һүнмәй торған нурлыһын!

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас